Эшләргә теләһәң, кәртә юҡ29.05.2015
Ҡыҙымды яңғыҙ тәрбиә­ләйем. Љайһы бер ваҡыт аҡса етең­керәмәй. Шуға быйыл йәйге каникулда ул кафела эшләргә уйлай. Ошо йәһәттән һеҙгә һо­рау­ҙарым бар ине. Нисә йәштән эшкә рәсми урынлашырға мөмкин? Аҙаҡ мәктәптә уҡыған ваҡытында ла эшләй аламы?

З. ИЛЬЯСОВА.

Бәләбәй ҡалаһы.

Балаға 16 йәш тулғас, уның менән хеҙмәт договорын төҙөргә мөмкин (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 63-сө статьяһы). Єммә ҡағиҙәлә иҫкәр­мәләр ҙә бар: 14 һәм 15 йәштә лә эшкә рәсми рәүештә алыуҙары ихтимал. Ләкин был еңел хеҙмәт булырға һәм баланың сәләмәт­легенә зыян килтермәҫкә тейеш. Өҫтәүенә, эш уҡыуға ҡа­масау­ламаһын. Є бына 14 йәшлек үҫмергә әсәһенең йәки атаһының (попе­чителенең), опека һәм попечителлек органының рөхсәте талап ителә. Бәлиғ булмағандарҙы эшкә алғанда медицина тикшереүе ойошма йәки предприятие иҫәбенә үткәрелергә тейеш. Иң мөһиме: хеҙмәт договоры булһын һәм һынау срогы ҡуйылмаһын. Үҫмер эшкә беренсе тапҡыр урынлашһа, хеҙмәт кенәгәһе асыла. Ошо ваҡыттан уның стажы башлана.
16 йәшлектәр аҙнаһына 24 сәғәттән күберәк эшләргә тейеш түгел. Є 16 – 18 йәштәге ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн был ваҡыт – 35 сәғәт (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 92-се статьяһы). Уҡыу йылы әйләнәһенә үҫмер белем алған ваҡыттан буш мәлде генә хеҙмәт өсөн файҙалана ала. Уларға зыянлы, хәүефле етештереү заводтарында, ер аҫтындағы объекттарҙа, төнгө клубтарҙа һәм барҙарҙа эшләргә, спиртлы эсемлектәр, тәмәке етештереү, һатыу һәм ташыу менән шөғөлләнергә ярамай. Бынан тыш, 18 йәше тулмағандар менән матди яуаплылыҡ тураһындағы договорға ҡул ҡуйырға ярамай. Уларға 31 календарь көн оҙайлылығындағы отпуск бирелергә тейеш. Балалар был ялды үҙҙәре теләгән ваҡытта алыу хоҡуғына эйә. Є бына ялды аҡсалата компенсацияға бер нисек тә алмаштырырға ярамай.
Үрҙә беҙ ҡыҙығыҙ өсөн тәҡдим ителергә тейешле хеҙмәт шарттары тураһында яҙҙыҡ. Єммә һеҙ күп кенә эш биреүселәрҙең закондарҙы һанға һуҡмауын хәтерҙән сығармағыҙ. Шуға иң мөһиме – балағыҙ менән хеҙмәт договоры төҙөһөндәр һәм ваҡытында аҡсаһын түләһендәр.


Вернуться назад