Көтөргә кәрәкмәй29.05.2015
Хәҙер әсәлек капиталы аҡсаһын бала тыуғас уҡ торлаҡ кредитын алғанда беренсе иғәнә итеп файҙаланырға мөмкин тип ишеткәйнем. Был дөрөҫмө?
Илизә.
Ҡариҙел районы.
Быйыл 23 майҙа “Балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында”ғы 131-се Федераль закондың 7-се һәм 10-сы статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон көсөнә инде. Был документ ғаиләләргә әсәлек капиталын сабый донъяға килгәндән һуң теләгән ваҡытта торлаҡ кредитын алғанда беренсе иғәнә итеп файҙаланырға рөхсәт итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быға тиклем ғаиләлә әсәлек капиталын алыу хоҡуғын биргән бала тыуып, уға өс йәш тулғандан һуң ғына аҡсаны алырға мөмкин ине.
Игеҙәктәргә икеләтәме?
Ҡыҙыбыҙға дүрт йәш. Икенсегә бәпес көтәбеҙ, дөрөҫөрәге, бәпестәр. Табип,игеҙәктәрегеҙ тыуасаҡ, тип һөйөндөрҙө. Єсәлек капиталы ла икеләтә күберәк булмаҫмы икән, тип өмөт итәбеҙ...
НИЃМӘТУЛЛИНДАР.
Миәкә районы.
Ћәр ғаиләгә әсәлек капиталы бер тапҡыр ғына бирелә. Єгәр икенсе бала өсөн был аҡсаны алаһығыҙ икән, өсөнсөһө тыуғандан һуң тәҡдим итмәйәсәктәр. Игеҙәктәр донъяға килгәндә лә әсәлек капиталының күләме ике тапҡырға артмай. Шуға Пенсия фонды бүлексәһенә документтар юллағанда ике баланың берәүһенең тыуыу тураһындағы таныҡлығын ғына бирә алаһығыҙ.