Аҡса иҫәп ярата29.05.2015
Район үҙәгендәге фатирҙа йәшәйем. Июнь башланһа, ауылдағы йортҡа ваҡытлыса йәшәргә күсергә йыйынам. Фатирҙа тормаған осор өсөн коммуналь хеҙмәттәргә бер ҙә түләге килмәй...
Р. НӘБИЕВА.
Иглин районы.
Борсолоуығыҙ, алдан хәстәрләүегеҙ бик яҡшы, сөнки был осраҡта коммуналь түләүҙәр күләмен кәметә алаһығыҙ. Бының өсөн ваҡытлыса икенсе урында йәшәүегеҙҙе иҫбатлаусы дәлилдәр килтерегеҙ. Мәҫәлән, баҡсасылыҡ кооперативы рәйесе биргән белешмә. Бынан тыш, исем-шәрифтәрегеҙ яҙылған юл билеты, командировка таныҡлығының күсермәһе, дауаханала булған осороғоҙҙо дәлилләүсе белешмә һәм башҡаларҙы күрһәтергә мөмкин. Єгәр ниндәйҙер документты тапшырып та яңынан иҫәпләүҙән баш тарталар икән, Дәүләт торлаҡ инспекцияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Тик ҡайҙалыр киткән һәм килгән көндәр иҫәпкә алынмай.
БЕЛЕШМӘ
Иҫәпләү приборҙары (счетчиктар) ҡуйылмаған хеҙмәттәр өсөн генә хаҡты ҡайтанан иҫәпләйәсәктәр. Ѓаризаны, дәлилләүсе документтарҙы идарасы компанияға өйгә ҡайтҡандан һуң утыҙ көн эсендә тапшырырға кәрәк. Күсеп китмәҫ элек тә ҡалдырырға мөмкин. Был осраҡта дәлилдәрҙе аҙаҡ килтерербеҙ тип яҙығыҙ. Торлаҡ хужалары коммуналь хеҙмәттәр, был өлкәләге үҙгәрештәр хаҡында йыш ҡына аныҡ белеп бөтмәй. Бының өсөн 2011 йылдың 6 майында Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған 354-се Љарарҙы ҡарағыҙ. Ундағы 86-сы, 88-се һәм 91-се пункттарҙа коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләре яҙылған.