2011 йылда күп балалы ғаилә булараҡ шәхси төҙөлөш өсөн ер биргәйнеләр. Уны беҙ рәсмиләштереп, төҙөлөш эштәренә рөхсәт ҡағыҙы алдыҡ. Ләкин йорт һалырға аҡсабыҙ етмәй, өҫтәүенә, был эш хәлебеҙҙән килмәй. Участканы һата алабыҙмы?
Рәшит.
Ишембай районы.
Ер – шәхси милкегеҙ, шуға уны һата алаһығыҙ. Был хаҡта Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 209-cы статьяһында бәйән ителә. Бынан тыш, төҙөлөш эштәренә рөхсәт биргән белешмәнең барлығы күсемһеҙ милекте алырға теләүселәрҙең һанын тағы арттырасаҡ. Өҫтәүенә, уның срогы күсемһеҙ милек икенсе кешегә күскәндә лә юҡҡа сыҡмай.
Үҙенән-үҙе
күсмәйБер ай элек ғаиләбеҙгә ҡайғы килде: ҡырҡ биш йыл буйы бергә татыу ғүмер кисергән ирем вафат булды. Ваҡытында фатирҙы икебеҙҙең исемгә хосусилаштырғайныҡ. Хәҙер миңә ни эшләргә? Иремдең күсемһеҙ милектәге өлөшө миңә үҙенән-үҙе күсерме?
Өммөгөлсөм инәйегеҙ.
Күмертау ҡалаһы.
Кемдер үлгәс, мираҫ, бигерәк тә күсемһеҙ милек икенсе кешегә үҙенән-үҙе күсмәй. Ћеҙгә биш ай эсендә (ҡануниәткә ярашлы, алты ай эсендә, һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, бер ай үткән инде. – А.Н.) нотариусҡа барып, мираҫ эшен асырға кәрәк. Иң мөһиме: үрҙә әйтелгән ваҡыт эсендә мираҫты ҡабул итеүегеҙ тураһында ғариза яҙып өлгөрөгөҙ. Уны рәсмиләштереүгә килгәндә, бының өсөн 75 йыл ваҡыт бирелә. Тап ошо ваҡыт дауамында мираҫ эше һаҡлана. Єгәр ирегеҙҙең фатирҙағы өлөшөн һатырға, алмаштырырға йәки рента договоры буйынса бирергә уйламаһағыҙ, барлыҡ документтарҙы үҙегеҙҙең исемегеҙгә юллағыҙ. Єгәр фатирҙағы өлөштө бер нәмә лә эшләтмәһәгеҙ, рәсмиләштермәһәгеҙ ҙә була. Аҙаҡ был бурысты һеҙҙең вариҫтарығыҙ атҡарыр.
Ҡанундарға ярашлыФатирҙы эш урыны аша биргәйнеләр. Уны иремә һәм үҙемә хосусилаштырғайныҡ. Хәләл ефетем яҡты донъя менән хушлашҡас, фатирҙағы өлөшөн миңә һәм балаларға тигеҙ итеп бүлделәр. Иремдең законлы ҡатыны булараҡ та тағы өлөшкә дәғүә итә аламмы?
С. САЙРАНОВА.
Межгорье ҡалаһы.
Хосусилаштырыу процесы түләүһеҙ килешеү тип йөрөтөлә, йәғни бер генә яҡ табыш ала. Шуға ла фатир йәки ундағы өлөш законлы никахтағы ир менән ҡатындың дөйөм мөлкәте тип иҫәпләнмәй. Єгәр ирегеҙ васыятнамә ҡалдырмаған икән, ҡануниәткә ярашлы, уның өлөшө ҡатынына һәм балаларына бүлеп бирелә – һеҙҙең осраҡта шулай эшләгәндәр ҙә.