Шылтыратып йонсотһалар...29.05.2015
Шылтыратып йонсотһалар... Косметология фирмаһы хеҙмәткәрҙәре бушлай хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ тип шылтыратып йонсота. Өгөтләп тә, әрләп тә ҡарайым уларҙы, барыбер биҙмәйҙәр. Нимә эшләргә?

Зәүрә.
Өфө ҡалаһы.

Тимәк, кемдер – әхирәтегеҙ, туғанығыҙ йәки башҡа берәйһе – телефон һандарығыҙҙы фирма вәкилдәренә биргән. Бынан тыш, телефонығыҙҙың базаға эләккән булыуы ихтимал. Шуға һеҙҙең иң тәүге бурысығыҙ – унан сығыу. Тағы бер тапҡыр мөрәжәғәт итһәләр, һөйләшеүҙең диктофонға яҙылыуы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына биреләсәге хаҡында әйтегеҙ. Єгәр был да ярҙам итмәһә, шылтыратыуҙы, ысынлап та, теркәргә тура киләсәк. Был процедура ваҡытында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт тупларға тырышығыҙ: ниндәй продукция, уның сифаты, кем һеҙҙең менән һөйләшкән, уның менән нисек бәйләнешкә сығырға һәм башҡалар. Ћөйләшеү аҙағында икенсе юлы шылтыратыуҙың кәрәкмәгәнлеге хаҡында әйтегеҙ һәм телефонығыҙҙың номерын ҡайҙан белеүҙәрен асыҡлағыҙ.
Аҙаҡ ошо тексты компьютерҙа баҫырға тура киләсәк. Ћөйләшеүҙе дискка яҙығыҙ. Ошонан һуң “Роскомнадзор”ҙың урындағы бүлексәһенә шәхси мәғлүмәт­тәрегеҙҙе законһыҙ файҙаланыуҙары тураһында ғариза яҙығыҙ. Уның менән бергә дискты һәм яҙмағыҙҙы бергә тапшырығыҙ. Фирмаға штраф һалмай ҡалмаясаҡтар, өҫтәүенә, телефон һандарығыҙ ҙа базанан юҡҡа сығасаҡ.


Вернуться назад