Ћәр кемде һағалай29.05.2015
Улым әллә ниндәй сәйер балалар менән аралаша башланы. Уның наркотик файҙаланыу-файҙа­лан­мауын нисек асыҡларға икән? Был хәл мине генә борсомайҙыр, тип уйлайым.

З. НИЯЗОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

Хәүефләнеүегеҙ юҡҡа ғына түгел. Ысынлап та, күптәр наркотикты үҫмер йәки йәш сағында “тәмләп” ҡарай. Быға ғаиләләге үҙ-ара аңлашмаусанлыҡ, психологик проблемалар, тиңдәштәреңә ярарға тырышыу, артыҡ ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, яуаплылыҡтың булмауы, йомшаҡ яҡтарыңды еңергә маташыу сәбәпсе.
Љайһы бер үҫмерҙәр нарко­тиктарҙы бер аҙ ҡулланам да ташлайым тип уйлай. Єммә был физиологик һәм психологик мауығыуҙан ҡотолоуы бик ауыр. Өҫтәүенә, уларҙың төрҙәре лә үҙгәреп кенә тора.




Вернуться назад