Бурысыңды ваҡытында түлә29.05.2015
ЮХХДИ-ға бурысым барлығы һәм шуға судҡа бирәсәктәре хаҡындағы белешмәне алдым. Ләкин ул һуңлап килгәйне. Хәҙер миңә ни эшләргә? Суд приставтарына барырғамы, әллә ЮХХДИ-ғамы?

Д. НИҒМӘТУЛЛИН.
Нефтекама ҡалаһы.

Әгәр хөкөм ҡарары ҡабул ителгән икән, ЮХХДИ-ның бында бер ниндәй ҡыҫылышы юҡ. Судҡа барып ниндәй һығымта яһағандарын белеү зарур. Аҙаҡ суд приставтарына мөрәжәғәт итегеҙ. Єммә быға тиклем бурысығыҙҙы ҡаплау хәйерле. Был сумманың күпкә арттырылыуы ихтимал, сөнки ЮХХДИ-ға штрафты ваҡытында түләмәгәнһегеҙ.



Бала хаҡы

Беҙҙең никахты теркәгәнгә тиклем ирем бер ҡатындан айырылғайны. Элекке ғаиләһендә ҡалған улы менән күрешмәһә лә, алиментты ваҡытында түләп барҙы. Күптән түгел баланың әсәһе кейәүгә сыҡты һәм иремдең баланан баш тартыуын һорай. Быға алмашҡа алименттан баш тартам тип тәҡдим итә. Әлеге хәлде нисек рәсмиләштерергә?

Ләйсән.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Ирегеҙ нотариусҡа барып, башҡа ирҙең баланы уллыҡҡа алыуы тураһындағы килешеүҙе рәсмиләштерергә тейеш. Тап ошо осраҡта ғына ул алимент түләмәйәсәк. Єгәр тәүге ҡатынының әлеге ире был процедура менән ризалашмаһа, уның алименттан баш тартыу мәсьәләһен көйләп булмаясаҡ. Был осраҡта баланың әсәһе суд приставтарынан алимент буйынса башҡарыу ҡағыҙын һораттырып алыу хоҡуғына эйә. Ләкин бер иҫкәрмә: ҡатындың бала бәлиғ булғанға тиклем үҙе теләгән мәлдә алимент талап итеүе ихтимал. Шуға әсәй менән атайға иң тәү сиратта нимәне рәсмиләштерәсәктәрен асыҡларға кәрәк.



Вернуться назад