Дуҫыңды белгең килһә...29.05.2015
Дуҫыңды белгең килһә... Биш йыл элек әхирәтем үҙ эшен асыу өсөн банктан 600 мең һумлыҡ кредит алды. Ире менән мин уның поручителдәре булдыҡ. Ике йыл тирәһе ваҡыт үткәс, ҡатындың ай һайын банкка түләнергә тейешле сумманы ҡапламағанлығы асыҡланды. Хәҙер уны әхирәт тип әйтергә лә тел әйләнмәй, сөнки көн һайын коллекторҙар шылтыратып йонсота. Миңә нимә эшләргә?

Әлфиә.

Октябрьский ҡалаһы.

Башта клиенттарҙың бурысы коллек­торҙарға нисек килеп эләгеүен асыҡлайыҡ. Ике хәлдең теркәлеүе ихтимал. Беренсеһе: банк бурыстарҙы талап итеү менән булышмай, коллекторҙарҙы яллай. Һөҙөмтәлә һеҙ финанс ойошмаһына бурыслы булып ҡалаһығыҙ, ә коллекторҙары аралашсы ролен үтәй.
Икенсе хәл: банк бурыс­ты коллекторҙарға һата, тимәк, улар үҙ сиратында һеҙҙән аҡсаны таптырасаҡ. Был схема законлымы? Бик бәхәсле һорау. Єйткәндәй, коллектор ойошмалары халыҡта төрлө фекер уята. Бының өсөн банк менән төҙөгән договорға күҙ һалырға кәрәк. Єгәр унда бурысты һатыу мөмкинлеге хаҡында һүҙ бар икән, коллекторҙарҙың дәғүәләрен суд дөрөҫ тип табасаҡ. Єгәр киреһенсә булһа, һеҙ суд яҡлауына өмөт итә алаһығыҙ.

Коллекторҙар шылтыратһа

Нисек кенә ҡыйын булмаһын, тыныслыҡ һаҡларға тырышығыҙ. Түбәндәге кәңәштәр, бәлки, ярҙам итер:
lхеҙмәткәр үҙе менән таныштырмайынса һөйләшеүҙе башламағыҙ. Ул исем-шәрифен генә түгел, үҙе эшләгән ойошманың исемен, адресын атарға тейеш;
lисеме әйтелгән компания хаҡында төрлө сығанаҡтар аша белешегеҙ;
lбанкка шылтыратып, бурысығыҙҙың коллекторҙар агентлығына күсеү-күсмәүен асыҡлағыҙ:
lколлекторҙарға үҙегеҙ, милкегеҙ һәм башҡалар хаҡында мәғлүмәт бирмәгеҙ.

Янаһалар

Ћеҙгә йәки яҡындарығыҙға янаһалар, ғариза менән полицияға йәки прокуратураға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Рәсәй Енәйәт кодексының 163-сө статьяһына ярашлы, бындай хәл өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Кемдең бурысын ҡаплашырға?

Єгәр түләнмәгән кредит буйынса поручитель булһағыҙ, бурысты һеҙгә ҡайтарышырға тура киләсәк. Туғанығыҙҙың бурысын ҡаплауҙы талап итһәләр (әммә һеҙ уның поручителе түгел икәнһегеҙ), түләргә кәрәкмәй. Ләкин бер нәмә бар: был бурыс һеҙгә мираҫ ҡалдырған кешенеке генә була күрмәһен. Ундай осраҡта һеҙ түләйәсәкһегеҙ.


Вернуться назад