Ваҡытында өлгөрөү хәйерлерәк29.05.2015
Нимә өсөн һалым түләйҙәр? Декларацияны тапшырмаһаң, ни була?

Лилиә.
Архангел районы.

“Яҡшы һалым булмай”, – тип әйтеп ҡалдырған Уинстон Черчилль. Был фекер менән гәзит уҡыусылар ҙа килешмәй ҡалмаҫ, моғайын. Әммә һәммәбеҙ ҙә һалым түләргә бурыслы. Єйҙәгеҙ, түбәндә нимә өсөн икәнлеген асыҡлайыҡ.

Эш хаҡы

Килемдән 13 процент то­топ алып ҡа­лына. Єгәр рәс­ми рәүештә эш­кә урын­лаш­һа­ғыҙ, ойошмағыҙ хеҙмәт хаҡығыҙҙан һалымды үҙаллы тотоп алып ҡалырға, түләргә һәм был хаҡта инспекцияға мәғлүмәт бирергә тейеш.

Лотерея

Йыл дауамында 4 мең һумдан ашыу аҡса йәки ҡиммәтле бүләк отһағыҙ, һалым түләү кәрәклеге хаҡында онота күрмәгеҙ. Ставка күләмдәре төрлө. Мәҫәлән, ойоштороусы реклама сифатында машина тәҡдим иткән һәм уны тап һеҙ эләктергәнһегеҙ икән, автомобилдең баҙарҙағы хаҡының 35 процентын дәүләткә түләргә бурыслыһығыҙ. Єгәр отош икенсе маҡсатта үткәрелһә, һеҙ түләйәсәк һалым күләме – 13 процент.

Торлаҡ

Күсемһеҙ милкен ҡуртымға биреүселәр ҙә табыштың 13 процентын дәүләткә күсерергә бурыслы. Єгәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн үҙегеҙ иҫәпләшһәгеҙ, был сумманы өйөгөҙҙә йәшәгәндәр түләгән хаҡҡа өҫтәй алаһығыҙ.

Милек

Фатиры йәки йорто булғандарҙың барыһы ла һалым түләй. Уның күләме күсемһеҙ милектең инвентаризация хаҡына ҡарап билдәләнә.
Транспорт

Автомобиле, мотоциклы, мотороллеры, катеры, ҡаргиҙәре йәки моторлы кәмәһе булғандар транспорттың категорияһына, двигателенең ҡеүәтенә һәм “йәшенә” ҡарап түләй.

Ер

Ћалым күләме ер участкаһының кадастр хаҡына ҡарап билдәләнә. Инспекторҙарҙың иҫкәртеү хаты ебәреп, үткән өс йыл өсөн аҡса түләтеүе ихтимал. Єгәр унан алдараҡ бурысығыҙ тураһында ҡағыҙ килмәгән булһа, һалым түләүҙе талап итә алмайҙар.

Кемдәр декларация тултырырға тейеш?

Апрель аҙағына тиклем түбәндәгеләр һалым түләргә бурыслы:
lэшҡыуар, нотариус, үҙ бүлмәһен булдырған адвокат;
lмөлкәт, мәҫәлән, торлаҡ, дача, еңел машина, алтын, картина, акция һатыусылар;
lгражданлыҡ-хоҡуҡи договорҙар буйынса килем алыусылар. Мәҫәлән, ниндәйҙер хеҙмәт күрһәткәндәр һәм бының өсөн һалым түләмә­гәндәр;
lлотереяла отҡандар;
lРәсәйҙән ситтәге сығанаҡтарҙан килем алыу­сылар.
Декларацияны тултырмаған өсөн яуап­лылыҡ ҡаралған. Ћалым түләмәһәгеҙ, штраф сәпәйәсәктәр. Бынан тыш, сит илгә сығыуҙы сикләүҙәре, һалымды эш хаҡығыҙҙан тотоп ҡалыуҙары, хатта милкегеҙгә опись яһауҙары ихтимал.

Ҡайһы осраҡта
түләмәҫкә мөмкин?


lТашламаларға хоҡуғығыҙ булһа. Былар хаҡында һалым инспекцияһына барып беле­шергә кәрәк. Әгәр түләмәү мөмкинлеге бар икән, ғариза яҙырға тейешһегеҙ.
lСетерекле хәл килеп сыҡҡанда, мәҫәлән, еңел машинағыҙ урлап алып кителгән тип иҫәпләнһә, транспорт һалымын түләргә кәрәкмәй. Єгәр талап итәләр икән, һалым инспекцияһына аңлатма яҙығыҙ. Тикшерерҙәр, асыҡларҙар.
lМилекте алғанға ҡарағанда осһоҙораҡҡа һатһағыҙ, йәғни табыш булмаһа. Єйткәндәй, һалым түләү талап ителмәгән суммалар ҙа бар. Мәҫәлән, 1 миллион һумға һатылған торлаҡ йәки 250 мең һумға тәҡдим ителгән автомобиль.


Вернуться назад