Шоферлыҡ танытмаһын алғас, машиналы булыу теләге уянды. Єммә бының өсөн эш хаҡым ғына етмәй. Кредит алам тип банкка барһам, процент ставкаларының юғары булыуына иҫем китте...
А. ХӘЛИМДАРОВА.
Өфө районы.
Ысынлап та, һуңғы ваҡытта банкка аҡса һалып тороусылар өсөн вклад ставкалары бигерәк ылыҡтырғыс. Хатта йылына 20 процент тип вәғәҙә итәләр. Єммә шул уҡ ваҡытта кредит алырға теләүселәргә ҡыуанырға сәбәп юҡ, сөнки процент ставкаһы бик ныҡ артты.
Хәүефлеме?
Халыҡ ышанысын яуламаған банктарға өмөт бағлау ярамаҫ, моғайын. Бының сәбәбе ябай: иҡтисади көрсөк осоронда һәр финанс ойошмаһы тәү сиратта үҙенең проблемаларын хәл итергә тырыша. Хөкүмәт дәүләт ҡарамағындағы йәки ҙур шәхси банктарға ярҙам күрһәтәсәк һәм уларҙың клиенттары алданмаясаҡ.