Йорт төҙөргә теләйем, шуға кемдең бушлай ағас алыу хоҡуғына эйә икәнлеге хаҡында белгем килә.
З. ЗӘЙНИЕВ.
Әбйәлил районы.
Ҡануниәткә ярашлы, Рәсәй гражданы 25 йылға бер тапҡыр өй төҙөү йәки ремонт эштәре өсөн 150 кубометрға тиклем бушлай ағас алыу хоҡуғына эйә. Был хаҡта Рәсәй Урман кодексының 30-сы статьяһында һәм 2007 йылдың 20 ноябрендә Башҡортостанда ҡабул ителгән 486-сы “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законда әйтелә.
Ағас алыу өсөн нимә эшләргә кәрәк? Тәү сиратта урындағы урмансылыҡҡа йәки республиканың Урман хужалығы министрлығына ғариза яҙып тапшырығыҙ. Унда паспорт мәғлүмәттәре, һалым түләүсенең идентификация һаны (ИНН), адресығыҙ күрһәтелһен. Ағас айырым тәғәйенләнеш буйынса бирелә. Мәҫәлән, өй һалыу өсөн. Шуға был хаҡта асыҡлап яҙыу зарур. Комиссия сеймалды бирер алдынан ер участкаһының барлығына, унда төҙөлөш эштәренең атҡарыласағына инанырға тейеш.
Бушлаймы?Беҙ: “Бушлай бирелә”, – тип әйтһәк тә, күпмелер аҡса түләргә тура киләсәк, сөнки урмансылыҡ белгестәре раҫланған федераль ставкалар буйынса һатыу-һатып алыу килешеүен төҙөй. Ләкин ағастың хаҡы баҙарҙағыға ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ.
Нисек ташырға?Ағасты үҙегеҙгә ҡырҡырға тура киләсәк. Өҫтәүенә диләнкә урынын таҙартыу талап ителә. Єҙерләнгән бүрәнәләрҙе һатырға ярамай. Бынан тыш, договорға ҡул ҡуйғандан һуң, бер йыл эсендә ағасты нисек файҙаланыуығыҙ тураһында яуап тоторға кәрәк. Єгәр ҡарағайҙар йәки ҡарағастар киҫелеп, бер йыл эсендә ташылмай икән, урман хужалығының уны үҙендә ҡалдырыу хоҡуғы бар. Єгәр үрҙә әйтелгән талаптар үтәлмәһә, хатта штраф сәпәүҙәре ихтимал.
Ҡарағаймы, уҫаҡмы?Бер кемгә лә сер түгел: йортон ағастан һалырға теләгән һәр кем ылыҫлыларға өҫтөнлөк бирә. Єммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы мөрәжәғәт иткән һәр кемгә еткереп булмай. Бының өсөн һандарға күҙ һалайыҡ. Башҡортостанда барлығы 750 миллион кубометр ағас үҫһә, уларҙың ни бары 170 миллион кубометры ғына ылыҫлылар төркөмөнә ҡарай. Йыл һайын 3 миллион кубометр ағас ҡырҡып әҙерләнһә, шуның 0,8 миллион кубометры ылыҫлыларға тура килә.