Ҡайын “ҡайғы ағасы”мы?29.05.2015
– Ҡайынды “ҡайғы ағасы” тиҙәр. Ул төҙөлөштә лә бигүк ҡулланылып бармай, утын өсөн генә файҙаланыла. Шуның өсөн ҡайынды башҡа ағастар араһында иң кәрәкһеҙе кеүек күрәм. Был йәһәттән ни тиерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Рида ХӘЛИМОВА.
Дүртөйлө районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ер йөҙөндә һәр нәмәне әҙәм балаһына файҙа булһын өсөн яралттым”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Аллаһ Тәғәләнең бүләктәре араһында ағастар айырым урын алып тора. Билдәле булыуынса, улар насар һауаны үҙенә ҡабул итеп, кислород бүлеп сығара. Тимәк, ағасты “Ер шарының үпкәһе” тип әйтергә мөмкин. Урманлы ерҙә айырым микроклимат хасил була. Был ергә һыу ҙа яҡыная, үҫемлектәргә, хайуандарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килә.
Башҡортостан – урманға бай төбәк. Ағастар ифрат күп төрлө беҙҙә. Араларынан, мәҫәлән, талды алып ҡарайыҡ. Һыу буйында үҫкән был ағас һығылмалы, йомшаҡ булыуы менән билдәле. Унан борон һауыт-һаба, кәрзин, ситән үргәндәр. Хатта ки ҡабығын һыҙырып алып, йәнлек тиреһен буяу өсөн ҡулланғандар. Ҡарама ла тиҙ һына торғандарҙан түгел, шуның өсөн ул атҡа сана яһау өсөн файҙаланылған. Ә еректән төрлө һауыт-һаба эшләнгән. Йүкә лә ҡашығаяҡ яһауға ҡулайлы, йәнә ул – бал бирә торған ағастарҙың береһе. Әгәр ҙә яҙ сәскәгә күмелһә, йыл һәйбәт килә. Һөҙөмтәлә йүкәнең балы күберәк тә, файҙалыраҡ та була.
Ҡарағай тормошобоҙҙа айырыуса ҙур урын алып тора, сөнки ул өй төҙөү өсөн һәйбәт. Ҡарағас та – ифрат ныҡ, ҡиммәтле ағас. Ул элек Уралда шул тиклем күп үҫкән. Билдәле булыуынса, әлеге Санкт-Петербург ҡалаһын төҙөү өсөн беҙҙән күпләп ҡарағас ҡырҡып алып киткәндәр. Был ағастар ундағы һаҙлыҡты бөтөрөү маҡсатында ҡулланылған. Италиялағы бер ҡаланың да Урал ҡарағастары өҫтөндә ултырғаны мәғлүм.
Ҡайынға килгәндә, ул да ифрат файҙалы. Был ағас тәү сиратта хуш еҫле миндеге менән билдәле. Туҙынан иһә төрлө әйбер, һауыт-һаба эшләргә була. Элек уны яндырып, дегет тә алғандар. Был шыйыҡса әҙәм балаларының, хайуандарҙың тире ауырыуҙарына ҡаршы файҙаланылған. Ҡайын – ҡаты ағас. Ошо сифатына бәйле ул арба, тәртә эшләү өсөн ҡулланыла. Ләкин ҡаты булғанлыҡтан һыуыҡ үткәреүе сәбәпле, ҡайындан йорт төҙөмәйҙәр.
“Ҡайғы ағасы” тиеүҙәре хәҡиҡәткә тап килмәй. Гәзиттең үткән һандарындағы вәғәздәремдә әйтеүемсә, Исламда шик-шөбһәгә урын юҡ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә шулай ҡушҡан. Әлбиттә, халыҡ араһында борон-борондан ниндәйҙер ырымдар йәшәгән. Ләкин Ислам уларға ышанырға, тормошта ҡулланырға рөхсәт итмәй. Тимәк, матурлығы менән һоҡландырған, һылыу ҡыҙ шикелле аҡ ҡайынға шикләнеп ҡарарға ярамай. Элек-электән шағирҙарыбыҙға ижад ҡанаты биргән, күп йырҙа данланған ҡупшы ағасты үҫтерергә, һаҡларға тейешбеҙ. Урмандарыбыҙҙы, парктарҙы йәмләп, биҙәп ултырыуы – үҙе ҙур бәрәкәт бит. Аллаһ Тәғәлә беҙгә ошондай бүләк биргән икән, уның ҡәҙерен белергә бурыслыбыҙ. Ғөмүмән, һоҡланып туймаҫлыҡ тәбиғәт ҡосағында шифалы һауа һулап йәшәү – сикһеҙ бәхет. Ошондай ожмахтай урында ғүмер итеүебеҙ өсөн Раббыбыҙға рәхмәт уҡыйыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Баҡсабыҙҙа ла төрлө ағас ултыртайыҡ. Был иң изге эштәрҙең береһе һанала. “Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы иген икһә йәки ағас ултыртһа, уларҙың орлоғон, емешен башҡа кешеләр, ҡош-ҡорт ҡулланһа, үҫтереүсегә ҙур сауап була”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Аллаһ Тәғәләнең бүләге булған ағастарҙың һәр береһенә иғтибарлы булайыҡ, уларҙы һаҡлайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шулай икән, йәнебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә сәләмәт булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.