Хикәйә
“Ниндәй ахмаҡ мин!” – тип ыңғырашты Әхмәт. Көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡыған кешеләргә ҡайһылай яҡшы! Ул да Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһына сафланған йән менән таҙа килеш килеп баҫҡан булыр ине.
Ә ете йәшлек улы... Ни өсөн уның йәне хаҡында хәстәрлек күрмәне, малайҙың нисек кейенеүен, туҡланыуын хәстәрләмәне? Ниңә телевизорҙан күрһәтелгән бысраҡлыҡтарҙы ҡарарға рөхсәт итте? Ни өсөн балаһын Аллаһ Тәғәләне, уның пәйғәмбәрҙәрен яратырға өйрәтмәне һуң?!
Әхмәт бала сағын, йәшлеген иҫенә төшөрҙө. Ул осорҙағы ваҡиғаларҙың күбеһендә – үҙ-үҙен оялтҡан, хәҙер ныҡ үкендергән гонаһтар ғына. Тимәк, барыһы өсөн дә тулыһынса яуап бирергә тура киләсәк. Шул ваҡыт үлемен көткән Әхмәттең башына “Намаҙ уҡырға кәрәк” тигән уй килде. Бында, мейес эсендә, урын тығыҙ, шулай ҙа… Бәлки, изге ғәмәле ҡабул булыр. Әхмәт доға уҡый башланы.
Уның өсөн барыһы ла яңылыҡ ине. Бәлки, был тойғолар намаҙ уҡыған һайын булалыр. Әхмәт бит Аллаһ Тәғәләгә ғүмерендә беренсе тапҡыр мөрәжәғәт итте, ышаныуҙың, ярҙам һорауҙың нимә икәнен аңланы. Йәне-тәне менән ялбарҙы ул, үҙенең Раббыбыҙ алдында ни тиклем көсһөҙ икәнен тойҙо. Йәстүҙән һуң витр намаҙын да уҡыны.
Ә Сыңғыҙ, өйөнә ҡайтып, йоҡларға ятты. Көтмәгәндә ул, төн уртаһында ырғып тороп, сәғәтенә ҡараны: 4-се 15 минут. Ҡурҡыныс төш күреп уянғайны егет: дуҫы Әхмәт мейес эсендә тереләй яна һәм уны ярҙамға саҡыра… Нимә булды һуң әле? Әллә Әхмәт эстә саҡта мейестең келәһен элеп киттеме икән?! Сыңғыҙ тиҙ генә кейенде лә ашығып урамға сыҡты. Бер туҡтауһыҙ йүгерҙе.
Төнгө эшселәр килмәгәйне әле. Сыңғыҙ ишекте асып, утты ҡабыҙҙы ла: “Әхмәт!” – тип саҡырҙы. Тынлыҡ. Тағы бер нисә тапҡыр тауыш бирҙе. Ә был мәлдә Әхмәт күҙ йәшен түгеп намаҙ уҡый ине. Үҙен кемдер саҡырғанын ишетеп, мейес эсенән сыҡты. Сыңғыҙ уға ғәжәпләнеп ҡараны.
– Һин кем? – тип һораны ул ҡурҡып ҡына.
Әхмәт илауын дауам итте, Сыңғыҙға һонолған ҡулдары һауала аҫылынған килеш ҡалды.
– Нисек инде, кем? Мин – Әхмәт, күрмәйһеңме ни? – тине ул һыҡтай-һыҡтай. – Кисә мейесте таҙартырға килгәйнем, кемдер ишекте бикләп китте.
– Был мөмкин түгел! – тине Сыңғыҙ.
Нисек инде улай булһын? Бергә эшләгән кешеһен танымай, имеш…
Әхмәт көҙгө ҡаршыһына йүгереп килде. Был бит уның йөҙө түгел! Ағарған сәс, йыйырсыҡ менән ҡапланған ҡулдар… Бер төн эсендә шулай ныҡ ҡартайғайны ул. Әгәр яныуҙың нимә икәнен аңлаһа, башҡалар ҙа Әхмәт кеүек үҙгәрер ине. Тормош менән тамуҡ уты араһында – ҡыҫҡа ғына мәл. Шуны оноторға ярамай.
Фәнирә ҒАЙСИНА тәржемәһе.
(“Золотой родник” журналынан алынды).