Берҙәмлек кәрәк, туғандар!29.05.2015
Эшләгән саҡтағы папкаларҙы ҡарап ултырғанымда, төрлө гәзит-журналдарҙан эскелек тураһында йыйған мәғлүмәттәр килеп сыҡты. Уҡыусыларым менән үткәргән асыҡ тәрбиәүи сәғәт ҡылт итеп иҫкә төштө.

“Хәмер эсеү — үҙ-үҙеңә тешең ме­нән ҡәбер ҡаҙыу” тип атала ине ул. Уҡыусылар үҙ ауылдарында, ту­ғандары араһында эскән кеше­ләр­ҙең ғаилә хәлен, балаларының ауыр көнитмешен йәлләп, әсенеп бәйән итте. Бындай ғибрәтле, ҡот осҡос, аяныс хәлдәр ғәҙәти күре­неш­кә әйләнеп бара. Эскелек арҡа­һында ата-әсәһен рәнйеткән, аҡса талап итеп, иң ғәзиз кеше­ләренең ғүмерен йыртҡыстарса ҡыйған үҫ­мерҙәр бихисап. Ни Ал­лаға, ни мул­лаға ышанмаған, сит ил йоғон­тоһонда үҫкән, виртуаль тормошта йәшәгән быуын балаларынан нимә көтмәк кәрәк? Көнө-төнө аҙғынлыҡ күрһәткән те­ле­видениены сикләү юҡ, ә таңға тиклем күңел асҡан клубтарҙа наркотик ҡулланған йәштәрҙең яҙмы­шы билдәле. Шул аҙ­ҙырғыс урын­дарҙы кемдәрҙең яҡлап тороуы бөтәбеҙгә, шулай уҡ власть органдарына ла мәғлүм. Ни өсөн быға сик юҡ? Аҡса ҡолона әйләнгән быуынды ҡотҡа­рыу йә­һәтенән хөкүмәт кимәлендә ниндәй хәл иткес эш алып барыла икән? Аллаға шөкөр, айыҡ тормошто һайлаған йәштәребеҙ байтаҡ. Был саф, таҙа ағымға барлыҡ йәштә­ре­беҙҙең ҡушылып китеүен ҙур ышаныс менән көтөп, уларға булышлыҡ итергә тырышайыҡ. Айыҡ йәшәү — бөтөн мосолмандарҙың йәшәү рәүеше бит ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүҙә оло быуынды, йәштәрҙең ата-әсәһен айнытырға кәрәк. Араҡы арҡа­һын­да йәшләй гүр эйәһе булған йәш-елкенсәктең ата-әсәһе араҡы һа­тыу­сыларҙы ғәйепләй. Һатыусы ғына ғәйеплеме икән? Динебеҙҙә “спиртлы эсемлектәрҙе етеш­тер­гән, һатҡан, эскәндәрҙең бөтәһе лә гонаһлы” тиелә.
Ә кемдеңдер: “Хоҙай нимә өсөн яратҡан һуң ул эсемлекте?” — тип һорау биреүе лә ихтимал. Бәндә­лә­рен һынау өсөндөр. Ҡар­шы торорға ихтыяр көсө етәме, яманлыҡтан тыйыла аламы? Урал батыр ҙа бит яуызлыҡҡа ихтыяр көсө, рух ныҡ­лығы арҡаһында ҡаршы тора ал­ған. Әгәр беҙ ҙә тыуған еребеҙгә, телебеҙгә, халҡыбыҙға һөйөү ме­нән янһаҡ, күп балалы ғаиләләрҙе ишәйтеп, яҡшы тәрбиә биреп, фи­зик һәм рухи яҡтан камил итеп тәрбиәләһәк, иблистең (шай­тан­дың) иң яуыз, мәкерле ҡоралына — иҫерткес, тилерткес эсемлектәргә ҡаршы тора аласаҡбыҙ.
Һуңғы ваҡытта: “Глобалләшеү осоронда ғаилә институты юҡҡа сыҡты”, — тигәнде ишетергә тура килә. Әммә был дөрөҫлөккә тап кил­мәй, минеңсә. Ә ниңә һуң чечен, ингуштар, Дағстан, Урта Азия ха­лыҡтары айыҡ тормош алып бара, телен онотмай, балалары күп, туғандар араһында дуҫлыҡ ептәре ныҡ, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә таш­ламайҙар. Был халыҡтарҙа ғаилә тарҡалыуы бик һирәк осрай һәм, борон замандағы кеүек, йәмәғәт тарафынан ғәйеп тип һанала.
Уларҙа балалар йорто элек тә булмаған, хәҙер ҙә юҡ. Вафат булған туған-тыумасаларының ҡыҙ һәм улдарын туғандары алып ҡарай. Әйткәндәй, элек башҡорттар ҙа шулай иткән. Ғаилә традициялары юҡҡа сыҡмаһа (башҡа мил­ләттәр йоғонтоһонда), әле лә шулай булыр ине.
Борон-борондан беҙҙең баш­ҡорт халҡы бик татыу, берҙәм йә­шәгән. Быға бер генә тарихи миҫал. 1740 йылда Татищев үҙ рапортында: “Башҡорттар — бик берҙәм, татыу халыҡ. Тиҙ арала һыбай саптырып ғәскәр туплайҙар”, — тип яҙған. Үҙ-ара ғына түгел, башҡа милләттәр менән дә татыу, дуҫ йәшәү — тормош ҡануны, әммә үҙ йолаларыңды, ғөрөф-ғәҙәттәреңде тәрән ихтирам итеү кәрәк.
Хоҙай бөтә милләттәрҙе лә берҙәй һөйөп, тигеҙ яратҡан. Бе­ре­һен — артыҡ, икенсеһен кәм ит­мә­гән. Әммә һәр милләттең яҡшыһы, яманы бар. Хәҙер флешмоб һүҙен йыш ҡабатлайҙар. Был һүҙ — күмәкләп теләк әйтеү, ул ҙур көскә эйә. Мәҫәлән, Англияның коло­ния­һы булған Һиндостан халҡы ме­ңәрләп урамдарға сығып ғибәҙәт ҡылғандан һуң, күккә бағып, бер тауыштан Аллаһ Тәғәләгә: “Азатлыҡ, азатлыҡ, азатлыҡ”, — тип ышанып, инанып мөрәжәғәт иткән. Теләк­тәренең бойомға ашыуы бөтәбеҙгә лә мәғлүм.
Урал батырыбыҙ, Салауатыбыҙ рухын рәнйетмәйек, илебеҙгә, ере­беҙгә, халҡыбыҙға тыныслыҡ, та­тыу­лыҡ, дуҫлыҡ, матур тормош теләп, Хоҙайға өндәшһәк, был ҡатмарлы, ҡыйын мәлдә ышаныс, күңел тыныслығы табылыр, өмөт уяныр ине халыҡ күңелендә тигән уйҙамын.





Вернуться назад