“Балауыҙ”ға Себерҙән дә киләләр27.05.2015
“Балауыҙ”ға Себерҙән дә киләләр Сит ил санкциялары һөҙөмтәһендә илдә үҙебеҙҙең етештереүселәргә иғтибар артҡас, власть ер кешеһенә йөҙ менән борола, халыҡ та һиҙелерлек кимәлдә ауыл хужалығына тартыла башланы. Һуңғы ваҡытта умартасылыҡ та әүҙемләшә. Әлбиттә, балды беҙ сит илдән ташыманыҡ, әммә умарта тотоу бәрәңге сәсеү түгел шул, уға оҫталыҡ, унан да бигерәк ҡорамал кәрәк.


Дөрөҫ, тауар эҙләү проблема түгел хәҙерге заманда. Мәҫәлән, Стәрле­тамаҡ ҡалаһында умартасылыҡ өсөн кәрәк-яраҡ һатҡан магазин бар. Шулай ҙа уның хужаһы Азат Сәғиҙуллин төп эшмәкәрлеген балауыҙ етештереү тип һанай. Нисек кенә булмаһын, был төр продукция менән ул Башҡортостандың көньяҡ төбәген генә түгел, хатта ҡайһы бер сит өлкә кәштәләрен дә тәьмин итә.
Һәр һөнәр һәм оҫталыҡтың башы, ғә­ҙәттә, тәрәндән – ата-бабаларҙан килә. Азат та ҡасандыр умартасылыҡ серҙә­ре­нә олатаһынан төшөнә, өйләнгәс, ҡай­ны­һының кәңәштәре лә тәжрибә туп­лауҙа килешеп ҡала. Шул тиклем оҫ­та­лыҡ була тороп, нисек “бал ҡорттары донъяһына” суммайһың инде? Үҙе ҡала егете булыуға ҡарамаҫтан, Азат Ауыр­ғазы районында умартасылыҡ эшен башлай. Бер үҙенә, әлбиттә, еңелдән булмаҫ ине, был тәңгәлдә уңа бул­дыҡ­лы егет: үҙе һымаҡ эш һөйгән, бал ҡорт­тарын яратҡан кәләше Альбина – уң ҡу­лы. Сәғиҙуллиндар умарталарын 100-ҙән арттырып ебәрә. Ә ниңә, яҡшы бал­ды хатта өйҙәренән дә килеп алалар бит…
Һәр тармаҡтың үҙ кәмселектәре етерлек. Азат күптән умартасыларға ҡора­мал табыуы еңел булмағанына иғтибар итеп килә, үҙ иңендә татый. Бигерәк тә балауыҙ проблема булып тора. Ошо мәсьәләне нисек тә хәл итеү маҡса­тында ул ҡалала цех бинаһы һатып алып, “Балауыҙ” (“Вощина”) исемле махсус магазин аса.
Бында ла төп кәңәшсеһе һәм ярҙамсыһы – кәләше. Ике баланы ба­ғырға ла, иренә ярҙам итергә лә өлгөрә. Ни генә тимә, Азатҡа һатып алыусылар менән дә эшләргә, балауыҙ етеште­реүҙе лә контролдә тоторға кәрәк бит. Әйткәндәй, цехта үҙенән тыш тағы ике егеткә эш урыны булдырған ул.
Магазинға килгәндә, умартасылар өсөн ниндәй генә тауар юҡ бында! Ғөмүмән, тармаҡ буйынса бөтә эште лә башҡарып була әлеге ҡорамалдар менән.
– Умартасыны баштан-аяҡ ҡораллан­дыра алабыҙ. Кәрәк икән – умарта, мохтажлығы булһа – төтәткес тигәндәй. Был тармаҡҡа бәйле һәр ҡорамал бар, – ти хужа, магазины менән таныштырып.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: тауарын кәштәһенә теҙеп ҡуйып, һатып алыусы­ны көтөп кенә ултыра торғандарҙан түгел Азат. Һәр саҡ клиенттарын, улар­ҙың талаптарын, мохтажлығын өйрә­неү менән мәшғүл. Мәҫәлән, умар­тасының эш кейемен тектергәндә тәҡдимдәрен индерә, нисек тә нығыраҡ һаҡланыу яғын ҡайғырта, шул уҡ ваҡытта уңайлы ла булһын.
Азат һәр килгән һатып алыусыға айырым иғтибар бүлергә тырыша.
– Кемдең тәжрибәле умартасы икәне, кемдең шөғөлгә “бисмилла әйтеп” то­тонғаны кеше магазинға килеп ингәс тә күренеп тора. Өйрәнсектәргә, һорауы бар икән, тауар хаҡында ғына түгел, умартасылыҡ буйынса ла кәңәштәр бирәм. Минең өсөн иң мөһиме – ке­шенең мөнәсәбәте. Әгәр ҙә йылы һүҙең булһа, кеше лә магазиндан сығып китеү яғын ҡарап тормай, – тип сауҙаның ҡайһы бер серҙәрен дә аса эшҡыуар.
Һатып алыусыны ылыҡтырған йәнә бер күрһәткес – хаҡтар. Уларға килгәндә, “Балауыҙ”ға Стәрлетамаҡ умар­тасылары ғына түгел, Ишембай, Стәрлебаш, Ауырғазы, Миәкә, Мәләүез, хатта Ейәнсура яғынан йөрөүҙәре үҙе үк күпте һөйләй. Ә бит телгә алған район­дарҙа ла ошондай магазиндар юҡ түгел. Бында ташламалар булыуы ла икенсе тапҡыр ишек шаҡырға этәрә. Йәнә һаулыҡ һәм матурлыҡ өсөн бал ҡушып етештерелгән тауар, бал һалыу өсөн семәрләнгән һауыттар ҙа һатыла.
Ә балауыҙ продукцияһын Башҡортос­тан райондарынан ғына түгел, Төмән өлкәһенән дә килеп күмәртәләп алалар. Интернет аша ла заказдар байтаҡ. Йүнһеҙ тауар артынан кеше ете диңгеҙ кисеп йөрөмәҫ!









Вернуться назад