Рухи сәләмәтлек сығанағы ҡайҙа?27.05.2015
“XXI быуатта кешене рухи һәм физик һауыҡтырыу” тигән исем аҫтында Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллегендә халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Ҡотлау һүҙе менән Учалы вәкиллеге етәксеһе Зилә Рәхмәтуллина, урындағы мөхтәсиптең вәкиле Данил хәҙрәт сығыш яһаны. Артабан ошо дәүерҙә Ер йөҙөндә йәшәгән әҙәм затын сәләмәтләндереү юлдары, электән килгән йолаларҙы тергеҙеү, яңы ысулдар хаҡында һөйләште сарала ҡатнашыусылар.

Башҡорт ере – элек-электән үҙенең әүлиәләре менән дан ҡаҙанған төбәк. Улар замандаштарын доға, үләндәр, төрлө халыҡ медицинаһы ысулы менән дауалаған. Кешенең физик сәләмәтлеге уның рухи һаулығына, күңел торошона бәйле. Шуға күрә сара Зәйнулла Рәсү­лев, Ғәбделхәким Ҡорбанғә­лиев, Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков, Ғабдулла Сәйеди, Мөжәүир, Сабир, Ғатаулла хәҙ­рәт, Әбйә­лил, Йәғәфәр, Байым ишан, Шәмиғулла хәлфә кеүек шә­хестәрҙең, суфыйсы теологтар иҫтәлегенә ба­ғыш­ланды. Тап улар хал­ҡыбыҙҙың рухи сәләмәт­леге һағында торған.
Конференция уңайынан Учалы вә­кил­леге докладтар йыйынтығы сығар­ҙы. Унда Д. Аҡбаше­ва­ның “Ис­лам­да­ғы мәғрифәтселек ҡиммәттәренең баш­ҡорт­тар­ҙың рухи үҫешенә йоғонтоһо” (Өфө), Ю. Әб­сә­ләмованың “Башҡорт­тар­ҙың дауалау прак­ти­каһын­да һәм халыҡ­тың күҙаллауында мосолман доғалары” (Өфө), З. Әминевтең “Мосолман баш­ҡорт­тарҙың Әүлиәләр ҡәберенә табы­ны­уы һәм ата-ба­балар культы” (Өфө), Ә. Ал­дыр­ха­нова-Кәримованың “Мөғ­жизә тыуҙырыусылар” (Сибай), Ш. Аппаев­тың “На­маҙ­ҙың сәләмәт­лек­кә файҙаһы” (Нальчик), Г. Бу­жумо­ваның “Доғалар һәм мейенең ритмы” (Ҡа­ҙағстан) мәҡә­лә­ләре һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы ғилми яҙмалар урын алған. Был йы­йынтыҡ үҙе үк байтаҡ сырхауҙарға дауа булырлыҡ. Унда үҙ асылыбыҙға ҡайтып, заман сирҙәренән арыныу юлдары күрһәтелгән.





Вернуться назад