Уңған ҡулда – бәрәкәт27.05.2015
Уңған ҡулда – бәрәкәт Халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн борсолоп, тормошто йәмлерәк күрергә тырышып йәшәгән абруйлы ҡатын-ҡыҙыбыҙ байтаҡ. Дүртөйлө районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, ҡаланың Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Гөлшат Хөсәйенова – тап шундайҙарҙан.

– Илен, телен, мәҙәниәтен һөйгән ке­ше генә тыуған ерендәге тормошто яҡшыртыу, халҡын үҫтереү йәһәтенән эш алып барасаҡ. Тимәк, беҙ йәш быуында шундай сифаттар тәрбиәләргә бурыслыбыҙ, – ти Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы.
Ул – Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауы­лы ҡыҙы. Дүртөйлөлә 25 йыл­ға яҡын йәшәй. Рух­лы, тынғыһыҙ ха­ным – төбәктә башҡорт телен һаҡлауға тос өлөш индергән кешеләрҙең береһе. Был йәһәттән Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы етәкселек иткән милли гимназия урын­дағы мәҙәниәт йорто, хакимиәттең мә­ғариф идаралығы менән берлектә би­хисап эш башҡара. Мәҫәлән, мәк­тәптә билдәле яҙыусылар, шағирҙар ҡатнашлығында осрашыу­ҙар ойошторола, һабантуйҙар, Шәжәрә байрамдары уҙғарыуға ла гимназия кол­лек­тивы ҙур өлөш индерә.
Уңған ҡулда – бәрәкәт– Мәктәптә ”Урал батыр” эпосын яттан һөйләү­селәр, ”Һау­мы, һаумы, Әкиәт!” конкурстарын йыл да уҙғарыуҙы йола итеп алғанбыҙ, – ти директор. – Халыҡ-ара ту­ған тел көнөнә ар­нал­ған ун көн­лөк, уҡыусылар һәм уҡы­тыусылар ҡат­наш­лы­ғында ғилми-ғәмәли кон­фе­рен­циялар ҙа даими үткәрелә. Һуң­ғы йылдарҙы ғына алғанда ла, уҡыу­сы­ларыбыҙ Баш­ҡорт­остан ки­мә­­лендә ойош­торолған “Мостай Кәрим уҡыу­ҙары”, “Йырлайым, данлайым республикамды”, “Ал да нур сәс хал­ҡыңа!” кеүек мәртәбәле бәйге­ләрҙә еңеү яулап ҡыуандырҙы.
Етәксе әйтеүенсә, башҡа йүнә­леш­тәр буйынса ла уңыштар байтаҡ. Мәҫәлән, былтыр инглиз теленән Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк-ара этабында өс өлкән класс уҡыусыһы уңышлы сығыш яһап, халыҡ-ара “Flex” программаһы буйынса уҡыу курсы үткән. Гимназия Кембридж университеты ме­нән тығыҙ бәйләнеш бул­дырған. VIII класс уҡыу­сыһының бизнес һәм эшҡыуарлыҡ буйынса рес­публика олимпиада­һын­да үҙ проекты менән I урынды яулап, “Белем. Фән. Карьера” форумын­да ҡатнашыуы ла – белем уса­ғы­ның һөҙөмтәле эшенә дәлил.
Уҡыу йортонда йыл да ”Йондоҙҙар балҡышы” тигән сара ойошторола. Унда иң яҡшы уҡытыусы, класс етәксеһе, уҡыусы, класс билдәләнә, йәнә төрлө номинациялар бар. Һөҙөмтәлә “Иң яҡшы класс” Өфөгә бушлай сәйәхәт ҡыла.
– Ошондай дәртләнде­реү саралары уҡыусы­лар өсөн ифрат мөһим, – ти Гөлшат Хө­сәйенова. – Улар тағы ла яҡшыраҡ уҡырға ынты­ла башлай. Ата-әсә менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Улар ҡатнаш­лығында “түңәрәк өҫ­тәл”дәр, спорт ярыштары ойошторола. Коллективта тырыш, тәжрибәле, заманса ҡарашлы педагогтар эшләй.
Уларҙың белемен даими камиллаштырыу өсөн методик аҙналыҡтар уҙға­рабыҙ. Өфө дәүләт авиация техник университеты менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған.
Тырыш хеҙмәттең ыңғай һөҙөм­тә­ләрен күреп торабыҙ. Әйтәйек, Берҙәм дәүләт имтиханы йом­ғаҡтары буйынса республикала ике йыл рәттән иң яҡшы ун мәктәп исемлегенә индек. Уҡыу­сыларыбыҙҙың күбеһе белем алыуын юғары уҡыу йорттарында дауам итә, тормошта лайыҡлы урынын таба.





Вернуться назад