Кемдәр ярлыҡауға хоҡуҡлы?27.05.2015
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан амнистия иғлан ителде тигән хәбәр ишеттем. Улым, уғрылыҡта ғәйепләнеп, былтыр өс йылға иркенән мәхрүм ителде. Ул заманында Чечен һуғышында ҡатнашҡайны. Ил алдындағы хеҙмәттәрен иҫәпкә алып, ваҡытынан алда иреккә сығармаҫтармы икән?
Ғәлимә Ш.
Туймазы ҡалаһы.
Һеҙҙең һорауығыҙға Өфө ҡалаһы Калинин районының прокурор ярҙамсыһы Индира ЙӘҒӘФӘРОВА яуап бирә:
– Быйыл 24 апрелдән Рәсәй Дәүләт Думаһының “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы амнистия иғлан итеү тураһында”ғы ҡарары законлы көсөнә инде.
Амнистия – дәүләт власы ҡарарына ярашлы, ғәмәлдәрендә енәйәт һыҙаттары иҫбатланған йәки енәйәт ҡылған тип эҙәрлекләнгән кешеләргә ҡарата күрелгән ярлыҡау сараһы. Уның асылы яза сараһынан тулыһынса йәки өлөшләтә азат итеүгә йә иһә уны йомшартыуға ҡорола. Башҡа федераль закондарҙан айырмалы, амнистия ул ғәмәлгә ингәнгә ҡәҙәр ҡылынған енәйәттәргә генә (әлеге осраҡта 2015 йылдың 24 апреленә тиклемгеләргә) ҡағыла. Ҡарар алты ай, йәғни 24 октябргә тиклем, ғәмәлдә ҡала.
Документҡа ярашлы, яза сараһы шартлы рәүештә билдәләнгән һәм енәйәт ҡылып та иректән мәхрүм ителмәгән кешеләр амнистияға эләгә. Бынан тыш, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ҡылынған енәйәт өсөн ҡулға алынғандар һәм аңлы рәүештә ҡылынған енәйәт өсөн биш йылға хөкөм ителгән бәлиғ булмағандар иреккә сығарыла. Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, тәүтикшереү органдары һәм судтар ошондай кешеләргә ҡарата асҡан енәйәт эштәрен дә туҡтатырға тейеш.
Әлеге амнистияның үҙенсәлеге: ул хәрби хеҙмәткәрҙәргә, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең граждандар персоналына, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә генә түгел, ә ғөмүмән, Ватанды һаҡлау буйынса хәрби хәрәкәттәрҙә, Афғанстанда йәки һуғыш барған башҡа дәүләттә хәрби һәм башҡа хеҙмәт бурысын үтәгән, Чернобыль АЭС-ындағы, “Маяҡ” етештереү берекмәһендәге, Тинес йылғаһындағы кеүек ҙур һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙең барыһына ла ҡағыла. Ошо уҡ даирәгә бәлиғ булмағандар, СССР һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләнгән кешеләр, бәлиғ булмаған һәм инвалид балалы ҡатындар һәм ирҙәр, йөклө ҡатындар, аңлы рәүештә енәйәт ҡылып та, иректән мәхрүм ителмәгән йәки язаны үтәү ваҡыты кисектерелгән кешеләр инә. Шул уҡ ваҡытта элегерәк амнистияға эләккәндәргә, рецидивистарға, террорсыларға, кеше үлтереүселәргә, көсләүселәргә, талаусыларға, наркотик менән сауҙа итеүселәргә, ришүәт алғандарға, ауыр енәйәт ҡылғандарға был сара ҡағылмай.