Ҡыҫҡаса...27.05.2015
Данияның радио журналисы Ас­гер Юль хайуандарҙы яҡлау тура­һын­да­ғы тапшырыу ваҡытында ҡу­ян­дың ғүме­рен ҡыйған. Автор был аҙы­мын: “Мин кешеләрҙе уйла­нырға, тәбиғәтте һаҡ­лау йәһәтенән бәхәс тыуҙырыу өсөн эшләнем”, – тип аңлатҡан, имеш.
***
Мексиканың Сьюдад-Акунья ҡала­һын­дағы дауыл ни бары алты секунд самаһы дауам итһә лә, ҙур ҡаза алып килгән. 450 йорт зыян күргән, шуның 50-һе бө­төнләй емерелгән, 200-ҙән ашыу ке­ше йәрәхәт­ләнгән, 13-ө һәләк булған.
***
Һиндостанда ғәҙәттән тыш эҫелек­тән 800 самаһы кеше вафат булған. Айырыу­са төньяҡтағы Теленган һәм Ан­дхра-Прадеш штаттарында термо­метр­ҙағы терегөмөш бағанаһы 47 гра­дусты күрһәткән.
***
Астролог Тамара Глоба, Украина биш өлөшкә бүленәсәк, тип фараз итә. Шуның береһе – Ҡырым – айырылды ла инде. Бынан тыш, ул, 2015 йыл Рәсәй өсөн хәл иткес осор буласаҡ, тиҙҙән иҡтисади көрсөк тамамланыр, эштәр көйләнер, ә 2017 йылда ил киң танылыу алыр, ти.
***
Венала уҙған халыҡ-ара “Евровидение” йыр конкурсында Рәсәйҙән Полина Гагарина икенсе урынды яуланы.
***
Өфөлә мәктәп тамамлаусы­лар­ҙың “Яҙғы бал” бейеү фестивалендә ҡат­нашҡан аҡ күгәрсендәр аҙашҡан. Ғә­ҙәт­тә, күккә сөйгәс, ҡоштар шунда уҡ оя­ларына ҡарай осоп китә. Хәҙер улар ҡыйыҡтарҙа, ерҙә ултыра. Бел­гестәр күгәрсендәрҙе эйәләренә илтеү сара­һын күрәсәк.


Вернуться назад