Рәсәй Почтаһының Башҡортостан филиалында “Буласаҡ пенсионерға бүләккә матбуғатҡа яҙылыу” акцияһы уҙғарыла. 24 мартҡа тиклем дауам иткән сарала почтаға ошондай хеҙмәт күрһәтеүҙе һорап тәүге тапҡыр мөрәжәғәт иткән һәм махсус анкета тултырған пенсионер ҡатнаша ала.
Рәсәй Почтаһы яңы клиентҡа 2012 йылдың тәүге яртыһына үҙәк баҫмаларҙың береһенә өс айға яҙылыу хоҡуғын бүләк итә. Матбуғат баҫмаһына абонемент почта бүлексәһендә йәки өйгә пенсия килтергән көндө тапшырыла.
Федераль почта элемтәһе операторы күп йылдар инде пенсиялар һәм пособиелар түләү буйынса социаль әһәмиәткә эйә хеҙмәт күрһәтә. Пенсияны почтальон аша өйҙә лә алыу мөмкинлеге бар. Өлкәндәр өсөн был бик мөһим, сөнки барыһы ла кемдеңдер ярҙамынан тыш сығып йөрөй алмай.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Федераль почта элемтәһе идаралығы республикалағы пенсионерҙарҙың 70 процентынан күберәгенә пенсияны өйгә килтерә. Эштә электрон документтар әйләнеше технологияһын файҙалана.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.