Яҡташтарҙы картанан эҙләйек27.05.2015
Илебеҙ киңлектәре буйлап Әҙәбиәт йылы атлай. Ошо уңайҙан бик күп саралар ойошторола. “Әҙәби нағыш” республика марафоны хаҡында һеҙ яҡшы хәбәрҙар – Мәҙәниәт ми­нистр­лығы, Яҙыусылар сою­зы, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә “Башҡортостан” гәзите лә – ижади байрамды ойоштороусыларҙың бере­һе.
Уҙған йыл Башҡортостан Яҙыусылар союзы яңы ағза­лар менән тулыланды. Шу­ны иҫәпкә алып, гәзит үҙенең уҡыу­сыларына бүләк әҙер­лә­не. Ул – Башҡортостандың әҙәби картаһы. Билдәле ҡәләм оҫталарының ҡайһы тө­бәктән булыуы һәм йәшәгән йылдары ту­ра­һындағы мәғлүмәт менән 4-се биттә таныша алаһығыҙ.






Вернуться назад