Мәғлүмәт ваҡытында барып етһен27.05.2015
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы 13 сентябрҙә үтәсәк муниципаль һайлауҙарға әҙерлекте бөгөндән башланы. Туймазы ҡалаһында “2015 йылдың 13 сентябрендә Башҡортостан Республикаһында муниципаль һайлауға әҙерләнеүҙең һәм уны үткәреүҙең көнүҙәк мәсьәләләре” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”дең уҙғарылыуы – быға асыҡ дәлил. Сараны республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алып барҙы.

– Башҡортостандың Үҙәк һайлау комис­сия­һы үҙ эшмәкәрлегендәге мөһим йүнә­леш­тәрҙең береһен тормошҡа ашыра: һайлау кам­панияһын лайыҡлы үткәреү – беҙҙең төп бу­рыс. Шуға бөгөнгөләй осрашыуҙар бик кә­рәк. Маҡсатыбыҙ – муниципаль кимәлдәге һай­лау­ға ҡағылышлы көнүҙәк проблема­лар­ҙы асыҡлау, территориаль һайлау комис­сия­ла­рын формалаштырыу, һайлау сис­те­ма­һы­ның эшен көйләү, – тине Хәйҙәр Арыҫлан улы.
Көн ҡаҙағына сы­ғарылған мәсьә­ләләр урын­дағы һай­лау комиссия­һы­ның эшмә­кәр­ле­ген өйрә­неүҙән башланды. Ғөмү­мән, Туй­ма­зы райо­нын­да участка ко­миссиялары яҡ­шы тәжрибә туплаған. Райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Генадий Ал­чинов уның менән ихлас уртаҡлашты.
Артабан сарала ҡатнашыусылар һайлау кампа­нияһы барышында мәғлүмәт сығанаҡ­тарын ҡулланыу мәсьәләһен өйрәнде. Ни ти­һәң дә, был һайлау көнөнә туранан-тура тәьҫир иткән факторҙарҙың береһе – халыҡ ваҡытында һәм дөрөҫ хәбәрҙар икән, тимәк, күрһәткестәр ҙә юғары буласаҡ. “Түңәрәк өҫ­тәл” барышын­да территориаль һайлау комис­сия­ла­ры­ның “Һайлауҙар” дәүләт авто­мат­лаш­ты­рылған сис­темаһы менән хеҙ­мәттәшлек даирәһен киңәйтеү зарурлығы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды.



Вернуться назад