“Нефтсе”лә хәлдәр нисек?27.05.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Премьер-лигаһында сығыш яһаған “Өфө” футбол клубының уйындары уҙасаҡ “Нефтсе” стадионында реконструкция барышын тикшерҙе.

Яңы спорт үҙәгенә төп һәм запас уйын май­ҙандары, дүрт күнекмә майҙансығы, 15 мең урынлыҡ трибуна, фитнес үҙәге, һигеҙ еңел атлетика юлағы, административ-көнкүреш корпусы инәсәк. Стадионда эш 2012 йылда башланғайны. Реконструкцияның хаҡы 770 миллион һум тәшкил итә. Әле бында би­ләмәне төҙөкләндереү, биналарҙы яңыр­тыу тамамланып килә.
Рөстәм Хәмитов уйынсылар өсөн кейем алмаштырыу бүлмә­ләрен, матбуғат үҙәген, абруйлы ҡунаҡ­тар­ға тәғәйенләнгән урын­­ды, көйәр­мән­дәр три­бу­на­һын ҡарап сыҡты, төҙө­лөш эш­тәре сифатына ҡа­ра­та ҡайһы бер иҫ­кәр­мәләрен әйтте.
– Төҙөкләндереүгә ярайһы уҡ күп аҡса йүнәлтелде. Эшләй­һең икән, 50 йыл­ға етерлек итеп башҡарырға кәрәк, — тине ул.
Башҡортостан Башлығы төҙөлөштәге етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты.



Вернуться назад