Үҫеш бар, әммә эшләргә кәрәк27.05.2015
Хөкүмәт йортонда Инвестиция йәлеп итеү шарттарын яҡшыртыу буйынса йәмәғәтселек советының ултырышы булды.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктәге инвестиция сәйәсәтенә ҡыҫҡаса баһа бирҙе.
– Шуныһы һөйөнөслө: күрһәткестәр дүртенсе йыл инде яҡшыра бара, – тип башланы ул сығышын. – Был йылдарҙа төп капиталға инвестициялар күләме артты. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, ағымдағы йылдың тәүге кварталына үҫеш туғыҙ процент тәшкил итә. Төп өлөш эшкәртеү, транспорт һәм элемтә комплексына, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу тармағына тура килә.
Артабан Рөстәм Зәки улы һөҙөмтәләр менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмаҫҡа, был йүнәлештә эште көсәйтергә кәрәклеген белдерҙе.
Республика Башлығы бөгөн төбәктәге дәүләт-шәхси партнерлыҡ мөнәсәбәттәре үҫеше хаҡында бәйән итте. Ошо юҫыҡта Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында 11-се урынды биләй. Был, әлбиттә, ошо осорҙа беҙҙә дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҫешенең камиллашыуына, уның хоҡуҡи базаһы, финанс ярҙамы булыуына бәйле.
Ултырышта шулай уҡ мәғариф өлкәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ хаҡында сығыш тыңланды, тәҡдимдәр индерелде.