Матбуғат үҙәге төҙөлә27.05.2015
ШОС һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтарын мәҙәни һәм аш-һыу программаһында үҙенсәлекле бүләк көтә. Рәсәй Президентының эштәр идарасыһы Александр Колпаков “Яңылыҡтар” агентлығына биргән интервьюһында ошо турала һөйләне.

Уның әйтеүенсә, саммиттар абруйлы ҡу­наҡтарға, күп һанлы журналистарға Рә­сәйҙең үҙенсәлекле республикаларының береһе менән танышыу, Башҡортостандың ҡунаҡ­сыл­лығын тойоу мөмкинлеген бирә­сәк.
Сараға донъяның төрлө илдәренән меңгә яҡын журналистың килеүе көтөлә. Өфөләге Конгресс-холл эргәһендә ҡоролған матбуғат үҙәгенең дөйөм май­ҙаны 8,5 мең квадрат метр самаһы тәшкил итәсәк. Бында ва­ҡыт­лы мат­буғат саралары, телерадиокомпания хеҙмәткәр­ҙәренең эш урыны, бри­финг­тар уҙғарыу өсөн бер нисә модуль булдырыласаҡ. Аккредитацияланған жур­на­листарҙы тәүлек әйләнәһенә туҡлан­дырырға тейешле махсус ресторан асыу ҙа күҙаллана.






Вернуться назад