Тәкә кемгә эләкте?27.05.2015
Тәкә кемгә эләкте? Йәш быуында халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарылған һабантуй быйыл Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ун беренсе тапҡыр үтте.
Уҡыу йортоноң стадионын­да халыҡ мәж килә: кемдер тирмәләр ҡарай, икенселәр төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, бәғзеләре рәхәтләнеп ял итә. Студент­тарҙың байрамын ур­таҡ­лашырға төр­лө тарафтар­ҙан мәртәбәле ҡунаҡтар саҡы­рылған: Сибай ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сө­ләймәнов, Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайының Баш­ҡарма комитеты рәйесе урын­баҫа­ры Буранбай Күсә­баев, Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев һәм башҡалар.
Уҡыу йорто директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов әйтеүенсә, элек-элек­тән һабантуйҙар яҙ­ғы сәсеү эштәре тамамланғас, баҫыу батырҙарын тәб­рикләү маҡса­тында үткәрелгән. Сту­денттарҙыҡы ла халҡыбыҙҙың күр­кәм байрамынан һис тә ҡалышманы: йола буйынса, яҡшы уҡығандарға, спорт һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡат­наш­ҡандарға, шулай уҡ төрлө конкурс, олимпиадала еңгәндәргә маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Быйылғы сараның үҙенсә­леге унда Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл вете­ран­дарының ҡатнашыуы, һәр факультет­тың парадта үтеүе булды. Баш­ҡорт­остан­дың халыҡ артисы Ва­хит Хызыровтың, “Тархан” төркө­мөнөң йырлауын, инс­титуттың “Ете ырыу”, “Сармат” халыҡ бейеүҙәре ансамбл­дәренең сығышын барыһы ла яратып ҡабул итте.
Ниндәй һабантуй милли кө­рәшһеҙ булһын инде! Бил бирмәҫ батыр исеменә ҡаланың барлыҡ уҡыу йорттарынан егеттәр көс һынашһа, шахмат, шашка ярышында, көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу бәйгеләрендә барыһы ла ихлас ҡатнашты. Кескәйҙәр өсөн дә төрлө уйындар ойошторолдо. Һабантуйҙың төп бүләген – һарыҡ тәкәһен – институт студенттарынан Әбйәлил егете Ғә­зиз Бикҡолов (һүрәттә), башҡа уҡыу йорттары вәкилдәре араһында педагогия колледжынан Марсель Ибәтуллин (Бөрйән) эләктерҙе.






Вернуться назад