Ни Хао, Өфө!27.05.2015
Ни Хао, Өфө! “Өфө” халыҡ аэропорты был көндә гөж килә ине. Самолеттан сығыусылар: “Ниндәй “йондоҙ”ҙо көтәһегеҙ?” – тип тә һорашты. Ә беҙ иһә бер аҙнаға Ҡытай Халыҡ Республикаһының Пекин ҡалаһына сәйәхәткә барған балаларҙы ҡаршылайбыҙ. Улар бындай иғтибарға өйрәнмәгән, ояла, шулай ҙа сәфәр тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты.
“Мәрхәмәт” фондына Бөрө ҡалаһындағы балалар йортонда тәрбиәләнгән уҡыу алдынғыларын, спортта уңыш яулағандарҙы, сәнғәт оҫталарын сәйәхәткә алып сығырға Рәсәйҙең Балалар фонды етәксеһе Альберт Лиханов тәҡдим итә. Башҡортостан ШОС һәм БРИКС саммиттарын ҡабул итеүсе төбәк булараҡ һайлана.
Балаларҙың барыһы ла сит илгә тәүге тапҡыр сәфәр ҡылған. Ҡытай стенаһына, донъялағы иң ҙур Тяньаньмэнь майҙанына, Һауа ҡорамына экскурсиялар онотолмаҫ хәтирә ҡалдырған. Иң оҡшаған аҙыҡ дөгө булған, шулай ҙа үҙебеҙҙең икмәкте һағынып ҡайтҡандар. Эмиль Тажетдинов ҡытай таяҡсалары менән ашарға өйрәнгән. Искәндәр Вагинға айырыуса Ҡытай стенаһында, зоопаркта булыу оҡшаған. Изабелла Егорова иһә тәрбиәсеһенә күстәнәскә сәй алып ҡайтҡан.
Бынан тыш, балаларҙың барыһы ла ҡайтыу менән ҡытай телен өйрәнергә булған, сөнки киләсәктә был илде йәнә барып күрергә хыялланалар.
29 майҙа Ҡытай балалары Башҡортостанға яуап сәфәре менән киләсәк.




Вернуться назад