Ћәммәбеҙҙе ҡыҙыҡһындырһын сәләмәт тормош26.05.2015
Тиҙҙән баш ҡалабыҙҙа уҙасаҡ ха­лыҡ-ара саммиттар алдынан, 25 – 29 майҙа, Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең һаулыҡ һаҡлау аҙналығы үткәрелә. Илебеҙҙең медицина, фармацевтика юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән Рәсәй – Љытай медицина университеттары ассоциацияһының берлектәге кәңәшмәһендә медицина белеме буйынса һөйләшеү алып барыласаҡ. Унда педиатрия, стоматология, акушерлыҡ һәм гинекология, рентгенология һәм башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралырға тейеш. Өҫтәүенә, Башҡортостан медицина университеты клиникаһында урология, торакаль хирургия буйынса операциялар эшләнәсәк.

Быйылғы йыл йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау йылы тип иғлан ителгәйне. Был проблема ла аҙналыҡта күҙ уңынан ысҡынды­рыл­маясаҡ. Харбиндағы медицина университеты ректоры, билдәле фармаколог, АЉШ, Австралия һәм Рәсәй университеттарының почетлы профессоры Ян Баофен, Рәсәй Ћаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, кардиолог Ирина Чазова һәм башҡалар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
Кисә Өфөләге “Динамо” стадионында табиптар һәм һаулығын нығытҡан пациенттар командаларының футбол матчы үтеүе күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. 28 майҙа баш ҡалалағы В.И. Ленин исемендәге паркта сәлә­мәтлек байрамы уҙасаҡ. Унда ҡан баҫымын тикшер­тергә, холестерин кимәлен асыҡларға, кар­дио­логтарҙың, онкологтарҙың һәм башҡа табиптарҙың кәңәшен алырға мөмкин. Бынан тыш, сәләмәт туҡланыу, умартасылыҡ, дарыу үләндәре күргәҙмәләре, байрам концерты, моғайын, тамаша­сыларға оҡшамай ҡалмаҫ.





Вернуться назад