Өлгө итерлек тәжрибәләр бар26.05.2015
Рөстәм Хәмитов Благовар һәм Бүздәк райондарында булып, агросәнәғәт предприятиеларының, социаль учреждениеларҙың эшен ҡараны, торлаҡ төҙөлөшө барышын, инфраструктура объекттарын тикшерҙе.

Благовар районындағы Яңы Никольский ауылы янында Башҡортостан Башлығы селекция-гибрид үҙәге төҙөлөшө менән танышты. Объект республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инә. Планда билдәләнгән хаҡы 1,1 миллиард һум тәшкил итһә, 449 миллион шәхси аҡса, 715 миллион һум кредит йүнәлтелгән.
Инвестор Елена Климова инә сусҡаларҙы аҫрау шарттарын күрһәтте. Сусҡаларҙың йәшәү, үрсеү күрһәткестәре генетика ярҙамында көйләнә. Үҙәктәге селекцияның бурысы сусҡасылыҡтың иҡтисади күрһәткестәрен яҡшыртыуға йүнәлтелә.
Рөстәм Хәмитов Елена Климова менән үҙәк нигеҙендә район башлыҡтары һәм хужалыҡ етәкселәре өсөн сусҡасылыҡ буйынса уҡыу үҙәген асыу хаҡында һөйләште. Инвестор генетика буйынса лекция уҡырға теләк белдерҙе. Республика Башлығы уны ауыл хужалығының һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләре буйынса эш төркөмө составына инергә саҡырҙы.
Бүздәк районының Сергеевка ауылында Рөстәм Хәмитов 118 урынлыҡ психоневрология интернатының эше менән танышты. 1995 йылда асылған медицина-социаль учреждениела үҙ-үҙен ҡарай алмаған, даими хәстәрлеккә мохтаж кешеләр йәшәй.
Район үҙәгендә республика Башлығы “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән “Ғафури” ярҙамсы станцияһында һәм ВЛ-110кВ линияһында булды. “Октябрьский электр селтәрҙәре” етештереү берекмәһе директоры Сергей Вялков әйтеүенсә, проект ҡеүәте 32МВА тәшкил иткән ике трансформатор ҡуйыу мәсьәләһе ҡарала.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан ит компанияһы белгестәренә ҡуртымға тапшырылырға тейешле 21 фатирлыҡ торлаҡ йорт төҙөлөшөн дә ҡарап сыҡҡас, фермер Фәүил Хәбибрахмановтың “Бүздәк” теплица комплексы менән танышты.








Вернуться назад