“Йәшһегеҙ, матурһығыҙ, бәхетлеһегеҙ”26.05.2015
“Йәшһегеҙ, матурһығыҙ, бәхетлеһегеҙ” Олпат Өфө бер мәлгә йәшлегенә ҡайтып әйләнде – уҙған шәмбе уның урамдары сығарылыш класс уҡыусыларының дәртле тауышына, хис-тойғоһона күмелде. Төрлө мәктәптән йыйылған биш меңгә яҡын егет һәм ҡыҙҙы Совет майҙаны үҙ ҡосағына алып, “Яҙғы бал”да әйләндерҙе.

Туған белем усағында һуңғы ҡыңғырау сыңын тыңлап килгән йәштәрҙең бер аҙ һағышлы йөҙөн ихлас ҡотлауҙар йәнә балҡытып ебәрҙе.
– Күркәм байрамығыҙ менән тәбрикләүемә ифрат шатмын. Һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ: йәшһегеҙ, матурһығыҙ, бәхетлеһегеҙ, – тине, улар алдында телмәр тотоп, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Белем туплауығыҙҙы артабан да дауам итерһегеҙ, йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр, һөнәр эйәләре, ысын граждандар булырһығыҙ, тип ныҡлы ышанабыҙ.
Сығарылыш уҡыусыларына ошондай ҙур иғтибар күрһәтелгән әлеге сара дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. “Уфанет” компанияһы нигеҙ һалған башланғысты Өфө ҡалаһы хакимиәте күтәреп алғас, “Яҙғы бал” ҙур тантанаға әүерелде. Байрам уңайынан быйыл да сығарылыш класс уҡыусыларының фотоһүрәттәренән аллея булдырылды, унда һәр кем киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағы хаҡында теләген дә яҙғайны. Күңелле лә, һағышлы ла тантана аҡ таҫмалы, алъяпҡыслы ҡыҙҙарҙың һәм ҡупшы егеттәрҙең вальс бейеүе менән тамамланды.
Кисә иһә йәштәр тәүгә ҙур һынау тотто – теләк буйынса географиянан һәм әҙәбиәттән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Киләһе БДИ – урыҫ теленән. Ул 28 майҙа уҙғарыла.


Наилә ХАННАНОВА, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимна­зияһы уҡыусыһы:
– “Яҙғы бал” байрамына ал­дан уҡ етди әҙерләндек, бейеү­ҙәрҙе ҡабатланыҡ. Уҡыуға кил­гәндә, мәктәпте һәйбәт та­мамланым: дүрт “дүртле” сыҡты, ҡалғандары – “бишле”. Төп предметтарҙан тыш, БДИ тапшырыу өсөн географияны, йәмғиәтте өйрәнеүҙе, тарих­ты һайлағанмын. Килә­сәктә йырсы булырға те­лә­йем. Белем тауына етәкләп алып менгән барлыҡ остаздарыма, айырыуса тәүге уҡытыусым Вәзилә Зарип ҡыҙына ҙур рәхмәтлемен.


Вернуться назад