Мәғариф өсөн тыуған26.05.2015
Мәғариф өсөн тыуған “Тормош юлын үткәндә халҡыма хеҙмәт итеү ниәтендә алдыма өс бурыс ҡуйҙым һәм шуларҙы үтәргә тырыштым. Беренсеһе — мәғариф өлкәһендә саф намыҫ менән эшләргә, икенсеһе — арҙаҡлы шәхесебеҙ, ғорурлығыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Зәйнәб Биишева исемендәге башҡорт мәктәбен төҙөп файҙаланыуға тапшырырға, өсөнсөһө — матур һәм уңған ғаиләм бәхетенә йәшәргә”, — тип һөйләгәйне Сулпан Әбделхаҡ улы Ғайсин. Байтаҡ йыл үткәс, уның ғүмер йомғағын һүтеп, байҡау яһарға булдым...

Атаһы Бөйөк Ватан һуғышына китә. Әсәһе Күгәрсен районының Сә­йетҡол балалар йортонда йыйыштырыусы булып эшләй. Һәр ерҙә – ас­лыҡ, яланғаслыҡ, балаларға йә­шәү бигерәк тә ауыр. Эргәмдә бул­һын тип, әсәһе Сулпанды балалар йортона урынлаштыра. Һәләтле, тыңлаусан малайҙы башҡаларға өл­гө итеп ҡуя тәрбиәселәр. Дөйөм ашхана, ятаҡ шарттары Сулпанға хеҙ­­мәт итеү, йәшәү тәжрибәһен би­рә, күңелендә эшһөйәрлек уята. Ошон­да алған ғилем, тәрбиә ир-уҙа­мандың ғүмерлек юлдашына әйлә­нә.
Сәйетҡол мәктәбендә ете класты тамамлағас, уның алдында уҡыуҙы артабан дауам итеү мәсьәләһе ки­леп баҫа. Тормош ауырлығы әсә­һе­нең елкәһенә төшөүен яҡшы аң­ла­ған егет бер көн: “Уҡыуҙы ташлап торайым, ҡулымдан килгәнсә һи­ңә ярҙам итермен”, – ти. Әсәһе шун­да уҡ: “Улым, һинең белем алы­уың – минең өсөн оло бәхет. Берүк ташлама. Донъя мәшәҡәттәре бөт­мәҫ ул”, – тип яуаплай.
Аяғына сабата кейеп, сепрәк тоҡ­сай тотоп, Сулпан Мораҡ баш­ҡорт мәктәбенең 8-се класына уҡыр­ға китә. Бар яҡлап тырышыуын остаздар ҙа һиҙә, ярҙам ҡулы һу­ҙа­лар. Мәктәптән һуң колхозда эшләй, Со­вет Армияһында хәрби бурысын үтәй. Ҡайтҡас, үҙе тәрбиә­лән­гән балалар йортон күреп ҡай­тырға, эш тураһында ла белешергә уйлай. Директор яугир Хәсән Мәжитов егетте йылы ҡаршылай, өлкән пионервожатый вазифаһын тәҡдим итә. Сулпан Ғайсиндың педагогик хеҙмәт юлы ошо дәүерҙә башлана. Уҡытыусы, мәктәп директоры ла була ул. Артабан маҡсат ҡушыуы буйынса Стәр­летамаҡ педагогия институтына юл­лана. Ошонда уҡ үҙенең мәңгелек бәхете Венера Булат ҡыҙы менән танышып, матур ғаилә ҡороп ебә­рә­ләр. Биш балаға ғүмер бүләк итәләр, лайыҡлы тәрбиә бирәләр.
Район етәкселәре Сулпан Әбде­л­хаҡ улын, тырышлығын, уңғанлығын иҫәпкә алып, башта “Исем” совхо­зының партком секретары, артабан КПСС-тың Күгәрсен район комитеты секретары итеп үрләтә. Бында ла ул мәғарифҡа ҙур иғтибар бүлә, уҡы­тыусылар менән хеҙмәттәшлек итә, мәктәптәргә ярҙамлашырға тырыша.
Бер көн саҡырып алалар ҙа: “Һин мәғариф өсөн тыуғанһың, шуға ра­йон хакимиәтенең мәғариф бүле­ген етәкләргә тәҡдим итәбеҙ”, – ти­ҙәр. Сулпан Әбделхаҡ улы ҡаршы кил­мәй, ең һыҙғанып, эште мәктәп­тәр­ҙең, балалар баҡсаларының мат­ди базаларын нығытыуҙан баш­­ларға, күренекле педагог Хәсән Баронбай улының матур йолаларын дауам итергә була. Тиҙ арала 20 баш­ланғыс, туғыҙ тулы булмаған мәктәп, 30-лап фатир төҙөтөп, яҡ­таштарын шатландырҙы. 1986/87 уҡыу йылына мәктәптәрҙе һәм баш­ҡа белем биреү учреждениеларын яҡшы әҙерләгәне өсөн республика кимәлендә юғары баһа алды. 1989/90 уҡыу йылында ла республиканың Күсмә Ҡыҙыл бай­рағын яуланы. Был, әлбиттә, мә­ғариф бүлегенең, мәктәп етәксе­лә­ренең, педагогия коллективтарының алдынғы эш һөҙөмтәһен сағылдыр­май ҡалмай.
Был осорҙа республика мәктәп­тә­рендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, Башҡортостан тарихын уҡытыуға етди иғтибар бирелде. Хәтеремдә, Хоҙайбирҙин мәктәбендә мәғариф бүлеге етәкселәренең, ме­то­дис­тар­ҙың, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыларының республика кә­ңәшмәһе үткәйне. Килгән вәкилдәр коллективтың эшен хупланы, тәжри­бәне үҙҙәрендә файҙаланырға ҡарар итте.
Сулпан Әбделхаҡ улының тағы бер матур сифаты булды: ул кадр­ҙар үҫтереү буйынса маҡсатлы эш атҡарҙы. Үҙенең урынына алмаш әҙерләүҙән дә тартынманы. “Был эшкә мәңгегә килмәгәнбеҙ, мәға­рифты яҡшы аңлаған, ойоштороу һәләтенә эйә, уҡытыусылар менән уртаҡ тел тапҡан кеше алмаш­тырырға тейеш мине. Ул – Рәмил Мәжитов”, – ти торғайны. Ысынлап та, Рәмил Ғиниәт улын үҙе менән бергә республика кәңәшмәләренә, семинарҙарға йөрөттө. Маҡсаты — республиканың мәғариф тормошо менән таныша барһын, мәғариф бүлеге етәкселәре менән ара­лаш­һын, йөрәгенә һеңдереп ҡуйһын. Рәмил Мәжитов Сулпан Ғайсиндың эшен лайыҡлы дауам итте.
1996 йылда Сулпан Әбделхаҡ улын үҙенең һорауы буйынса төҙөлә башлаған Зәйнәб Биишева исемен­дәге Мораҡ урта мәктәбенә директор итеп күсерәләр. Был мәктәп хәҙер инде райондың йөҙөк ҡашына әйлән­гән. Сулпан Ғайсин киләсәк быуын­дар өсөн мәңгелек һәйкәл ҡал­дыр­ҙы. Был мәктәпкә ингән йәки бинаһын ситтән булһа ла күргән һәр кеше уның директоры Сулпан Әбделхаҡ улын иҫкә алыр.
Бер һөйләшеп ултырғанда Сулпан Ғайсин 2015 йылдың майында 80 йәшлек юбилейын үткәреү ниәте хаҡында әйткәйне. Ҡунаҡтарға Эйек буйҙарын күрһәтергә, Мораҙым мә­мер­йәһе менән таныштырырға уйы бар ине. Әммә яҙмыш икенсерәк хәл итте – бөгөн Сулпан Әбделхаҡ улы беҙҙең арала юҡ. Әммә уның мәға­рифҡа тоғро хеҙмәте, Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәпте төҙөтөүе, ғаиләһенең бәхете хәтерҙәрҙә мәңге һаҡланыр.

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.



Вернуться назад