Был район хаҡында фекер йөрөткәндә уйҙарым тәү башлап Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесына килеп төртөлә. Келәш урамдарынан үткәндә һәр йортта, һәр кешелә ошо һоҡланғыс әҫәрҙең дауамын күргәндәй булам, улар менән бергә аҙ ғына ваҡытҡа ла Кендек, Оло инәй, Аҡйондоҙ янына барып, аралашып килеү теләге тыуа. Әммә был, һис шикһеҙ, хыял остоғо ғына, шулай ҙа данлы Мостай ерендә шағир эҙҙәренән ғилемгә, камиллыҡҡа ынтылған, балаларға ихлас белем биргән остаздарҙың хеҙмәте менән танышып ҡайтыу хыял һәм ысынбарлыҡтың тап килеүенә ишараланы.Республиканың Мәғарифты үҫтереү институты координация советының төрлө райондарҙа күсмә ултырыштар үткәреүҙе матур бер йолаға әйләндереүе иғтибарға лайыҡ. Сираттағы сара Шишмә ҡасабаһында ойошторолдо. Ул уҡытыуҙы Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы алып барыу, белем биреү сифатын яҡшыртыу мәсьәләләренә арналды. Үҙ-ара тәжрибә, ғилем уртаҡлашыу, фекер алышыу өсөн Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө райондарынан уҡытыусылар, урындағы хакимиәттәрҙең мәғариф бүлектәре етәкселәре, белгестәр, методистар саҡырылғайны. Күсмә ултырыш саралары үткәрелгән белем усаҡтары – район гимназияһы һәм Шишмә ҡасабаһының 1-се урта мәктәбе – сараға ентекле әҙерләнгән.
Уҡытыуҙа ҡулланырлыҡ заманса техник ҡоролмалар күргәҙмәһендә асылды был йыйын. Баланың һәләтен, ижади башланғыстарын сағыу үҫтереү өсөн тәҡдим ителгән прибор-ҡулланмалар араһында башҡорт телендәге программалар булыуы һөйөндөрҙө. Тимәк, бөгөн урыҫ йә инглиз теле дәрестәрендә генә түгел, милли әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнгәндә лә заманса алымдар ҡулланыуҙың киң мөмкинлеге бар.
Күсмә ултырыш вәкилдәренең артабанғы эш этабы асыҡ дәрестәргә арналды. Башланғыс кластарҙағы, шулай уҡ урта звенолағы биология, геометрия, башҡорт, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, физика дәрестәренән һуң остаздар лайыҡлы баһа алды, эш барышында иғтибар бүленергә тейеш мөһим йүнәлештәр билдәләнде. Шишмә районы гимназияһының IX “Б” класында Раузанна Хәйруллинаның асыҡ дәресте яҙ миҙгеле темаһына ҡороп, башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелешен ҡәтғи талап итеүе хуплауға лайыҡ. Башлыса урыҫ телле балалар йылдың иң сағыу миҙгеле хаҡында төплө фекер йөрөттө, үҙенсәлекле ҡоролған грамматика һорауҙарына ла яуаптар тиҙ табылды.
– Күсмә ултырыш остаздарға методик ярҙам күрһәтеү, ғәмәли кәңәштәр биреү маҡсатында ойошторола. Урын мәсьәләһенә килгәндә, бында һәр район үҙе теләк белдереп, Мәғарифты үҫтереү институты менән даими бәйләнеш тотоп, сараны үткәреү өсөн байтаҡ көс һала. Тәүҙә һөйләшеү булһа, һуңғараҡ институттың уҡыу-уҡытыу буйынса проректоры мәктәпкә килеп, ниндәй фәндәр буйынса асыҡ дәрестәр үткәреләсәге тураһында кәңәшләшә. Артабан эш билдәле тәртип буйынса дауам итә. Ғөмүмән, бындай саралар остаздарҙың хеҙмәтен тикшереү түгел, уларға методик ярҙам күрһәтеү ниәтендә ойошторола, – тине Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр, әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Зәкиә Ғәбитова.
Ғилми ҡорҙың программаһына ярашлы, асыҡ дәрестәр хаҡында фекер алышҡандан һуң Шишмә районы мәктәптәренең директорҙары белем биреү ойошмаһына сифатлы идара итеүгә арналған “түңәрәк өҫтәл”гә йыйылды. Унда республиканың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов, профессор, кафедра мөдире Валерий Гуров, Шишмә районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Сөләймән Ваһапов һәм башҡа белгестәр ҡатнашты. Һүҙ урындағы мәктәптәрҙең эш ҡеүәтен арттырыуҙы күҙаллап, алдынғы ойошмалар өлгөһө менән танышыу рәүешендә барҙы.
– Күсмә ултырыштың тап ошо төбәктә уҙғарылыуы юҡҡа түгел, төбәктәге уҡытыу сифатын күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Һуңғы йылдарҙа Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса шишмәләр алдынғылар рәтендә, был тәжрибә иһә уҡытыусыларҙың хеҙмәт сифатын күрһәтә, – тине Рәмил Ғиниәт улы, “түңәрәк өҫтәл”де асып. Мәктәп директорҙарын йыйыуҙы тәҡдим иткән Валерий Гуров үҙ сығышында киләһе уҡыу йылында көтөлгән яңы стандарттар, муниципалитеттар кимәлендә лаборатория булдырыу тураһында бәйән итте.
Республиканың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исемен яулаған остаздан оҫталыҡ дәресе алмау шишмәләр өсөн яҙыҡ булыр ине, минеңсә. Өфө ҡалаһының 21-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Фәнис Шәрәфетдинов коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашты, белем биреүҙә интерактив технологиялар ҡулланыуҙың төп алымдарын, заманса “таҡта”ның бихисап мөмкинлектәрен асып һалды. Оҫталыҡ дәрестәре география, биология, математика, физика һәм тел дәрестәре буйынса ла үткәрелде.
Күсмә ултырыштың йомғаҡлау өлөшө киңәйтелеп, дөйөм фекер, мәғлүмәт алышыу рәүешендә ойошторолдо. Һәр фән буйынса күрһәтелгән асыҡ дәрестәргә ентекле анализ яһалды, теләк-кәңәштәр яңғыраны. Райондың алдынғы, әүҙем уҡытыусылары Мәғарифты үҫтереү институтының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Сөләймән ВАҺАПОВ, Шишмә районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы:– XI кластар өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы ҡабул ителеү менән сентябрь, октябрь айҙарында уҡ ата-әсәләр, уҡытыусылар ҡатнашлығында йыйылыштар үткәреүҙе әүҙемләштерҙек. Балалар өсөн көн дә консультация уҙғарыу ҙа етди күҙәтеүгә алынды. Маҡсат һәр уҡыусыны аттестатлы итеү һәм БДИ күрһәткесен 60 балдан да кәметмәү булды. Район үткән йылғы БДИ һөҙөмтәләре буйынса ауыл биләмәләре араһында – икенсе, ҡалалар кимәлендә Төп дәүләт имтиханы буйынса өсөнсө урында килә. Юғары сифатлы белем биреү өсөн мәғариф бүлеге уҡытыусыларҙы төрлө хужалыҡ эштәренән, ваҡ мәшәҡәттәрҙән азат итеү яҡлы.