Ошо көндәрҙә Учалы филармонияһы ҡарамағындағы “Алтынай” бейеү ансамбле Санкт-Петербург ҡалаһынан ҙур еңеү менән ҡайтты. Был хаҡта коллективтың етәксеһе Фәнилә Ғәббәс ҡыҙы КӘБИРОВА һөйләй:– Санкт-Петербургка мауыҡтырғыс сәфәр – быйыл Өфөлә ойошторолған бейеү конкурсында еңеү һөҙөмтәһе. Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһындағы “На крыльях таланта” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, I урын яулауыбыҙ иһә һәр йәһәттән дә үҫешкә көслө йоғонто яһаны. Балаларҙың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ икән! Унда “Башҡортостан ынйылары” һәм “Русский казачий” бейеүҙәрен тамашасыларға күрһәттек. Ғөмүмән, беҙҙә 70-кә яҡын ҡыҙ һәм малай шөғөлләнә, ә Санкт-Петербургка 22-һе барҙы. Ансамблде ирем Азат Буранбаев менән етәкләйбеҙ. Фестивалдә 300-ҙән ашыу коллектив ҡатнашты, бейеү генә түгел, йыр ансамблдәре лә булды. Артабан инде йәйгеһен Абхазияла уҙасаҡ фестивалгә саҡырыу алдыҡ.
И. АҠЪЮЛОВ яҙып алды.