Ҡайҙан-ҡайҙан?.. Ирандан!23.05.2015
Был аҙнала Өфөгә ике көнлөк эш сәфәре менән Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Илселеге вәкилдәре килде. Улар — Ирандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Мехди Санаи, Илселектең иҡтисад бүлеге етәксеһе, беренсе ранг советнигы Али Заре-Афифи, Илселектең технологик хеҙмәттәшлек бюроһы етәксеһе Мехди Галэнои.

Эш сәфәре барышында ҡунаҡтар ШОС сам­миттары үтәсәк объекттар менән таныш­ты, Башҡорт дәүләт университетында булды, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре ме­нән осрашты, ошо көндәрҙә Өфөлә асылған “Газ. Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара күргәҙ­мәһен ҡараны.
Кисә Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Тулы хо­ҡуҡлы Илсе Мехди Санаи Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты.
– Иран менән иҡтисади хеҙмәттәшлек даирәһен үҫтерергә әҙербеҙ. Әле ҡасан ғына был республика менән тауар әйләнеше яҡын­са 100 миллион доллар күләмендә иҫәпләнә ине. Бөгөн иһә күрһәткестәр бөтөнләй түбән. Ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеларының мөм­кин­лектәрен Иран миҫалында һанап ҡарарға күптән ваҡыт. Мәҙәниәт, фән һәм һәм башҡа гуманитар өлкәләрҙә лә хеҙмәт­тәш­лек булдырыу зарур, – тине Рөстәм Хә­ми­тов, Илсене Башҡортостандың ҡаҙаныштары һәм мөм­кин­лектәре менән таныштырып.
Мехди Санаи ла мөнәсәбәттәрҙең яңы этабына әҙер булыуҙарын әйтте, Рәсәйҙең ҡай­һы бер төбәктәре кеүек, Иранда Баш­ҡорт­ос­тандың да Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилле­ген ойоштороу идеяһын тәҡдим итте. Айы­рыуса юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәт­тәшлектә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
Башҡортостандың сәнәғәт предприятиела­ры эшмәкәрлеге менән танышыу ҙа делега­ция ағзаларында көслө тәьҫорат ҡалдырҙы.



Вернуться назад