Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә бер нисә аҙнанан тәүге тапҡыр илдәрҙең һәм бөтөн донъяның иҡтисади, социаль-сәйәси үҫешенә ғәйәт ҙур йоғонто яһаған ШОС (Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы) һәм БРИКС (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы) халыҡ-ара саммиттары үткәрелә. Мөһим ваҡиғаларҙы юғары кимәлдә ҡабул итеүгә әҙерлек бер нисә йыл дауамында туҡтауһыҙ барҙы һәм, иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, республика Федераль үҙәктең ҙур ярҙамына таянып, ошо юҫыҡта үҙ иңенә алған йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәй. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов “Интерфакс” агентлығына Өфөнөң әҙерлек дәрәжәһе, саммиттарҙың һөҙөмтәле эшен, ҡатнашыусыларҙың именлеген тәьмин итеү хаҡында һөйләне.– Рөстәм Зәки улы, сәйәси аналитиктар раҫлауынса, Рәсәй ШОС һәм БРИКС-та рәйеслекте тышҡы сәйәсәттең мөһим стратегик ваҡиғаһы булараҡ ҡабул итә, шуға күрә Өфөлә уҙғарыласаҡ халыҡ-ара сараларға айырым әһәмиәт бирелә. Һеҙҙеңсә, был әһәмиәт нимәнән ғибәрәт?
– Өфөлә ШОС-тың үҫеш стратегияһын ҡабул итеү күҙаллана. Был – халыҡ-ара сәйәсәттең көн тәртибендә әүҙем ҡатнашыу теләге сағылған етди белдереү. Рәсәй Федерацияһы ошондай башланғыс менән сығыш яһаны. ШОС сиктәрендә киләһе 10 йылда дәүләттәрҙең үҙ-ара һөҙөмтәле бәйләнеше хаҡында һүҙ бара. Документ концепция үҙенсәлектәренә эйә, шуға күрә уны әҙерләүгә айырым иғтибар бирелә. БРИКС саммитында ла уға оҡшаш документ – 2020 йылға тиклемге иҡтисади партнерлыҡ стратегияһы ҡарауға тәҡдим ителәсәк. Ул инвестиция хеҙмәттәшлегенең юл картаһы менән тулыландырыласаҡ.
– БРИКС илдәренең Форталеза ҡалаһында уҙғарылған Эшлекле форумында төбәк-ара хеҙмәттәшлекте мөһим йүнәлеш сифатында айырып билдәләп, region-to-region форматын булдырырға тәҡдим иткәйнегеҙ. Үҙ-ара эшмәкәрлектә бындай алымдың ниндәй мөмкинлектәре бар? Республиканың Евразия иҡтисади союзы, БДБ илдәрендәге, БРИКС, АТЭС һәм ШОС-ҡа ингән партнер дәүләттәрҙәге төбәктәр менән бәйләнеше әле нисек үҫә?
– Бөгөн тормош үҙе үк төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре менән шөғөлләнергә мәжбүр итә. Иғтибар итегеҙ: ШОС һәм БРИКС илдәре етәкселәре кимәлендә лә, ҙур бизнес кимәлендә лә даими бәйләнеш бар, ә төбәктәр араһында бындай эш алып барылмай тиерлек.
Бында “R2R” юҫығы биләмәләрҙе үҫтереү өсөн инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһенә эйә. Ул ҙур компанияларҙың ғына түгел, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың ҡеүәтен берләштереү, ШОС һәм БРИКС илдәре эшҡыуарҙары ҡатнашлығында кластерҙар ойоштороу мөмкинлеген бирәсәк.
Асылда, “R2R” форматы тотош ШОС һәм БРИКС, шулай уҡ һәр бер айырым ил үҫешендә дәүләт-ара мөнәсәбәттәр һәм ҙур бизнестың хеҙмәттәшлеге менән бер рәттән өсөнсө мөһим таянысҡа әүерелергә тейеш. Мәҫәлән, хәҙер Башҡортостан Ҡытай төбәктәре менән ҙур эш алып бара, Цзянси, Ляонин провинциялары менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Былтыр ғына Ҡытайҙың етәкселәре һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәре менән 15-ләгән осрашыу үтте, Ҡытай Халыҡ Республикаһында Башҡортостан Республикаһы бизнесы көндәре ойошторолдо. Һиндостан, Иран, Белоруссия, Төркиә, Шри-Ланка төбәктәре менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр бар. Беҙ, ШОС, БРИКС кимәлендә ошондай мөнәсәбәттәрҙе көйләгәнде көтөп тормайынса, эш башланыҡ. Яңы предприятиелар, эш урындары булдырыласаҡ, берлектәге эшмәкәрлек тормошҡа ашырыласаҡ. Быларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, ҙур баҙарҙа илдәребеҙҙең конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырасаҡ.
– 2015 йылдың 8-9 июлендә Өфөлә уҙғарыласаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек бюджеты ниндәй? Һеҙҙеңсә, планлаштырылған барлыҡ ойоштороу сараларын ваҡытында тормошҡа ашырыу өсөн федераль ярҙам (финанс, методологик) етерлекме? Был бюджет көрсөккә тиклем үк раҫланғайны бит.
– Саммиттарҙы үткәреүгә йүнәлтеләсәк аҡса күләмен әлегә әйтеү ҡыйын. Ҙур халыҡ-ара сараларҙы (Сочиҙағы Олимпиада, Ҡазандағы Универсиада) ойоштороу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, финанс сығымына йомғаҡлау баһаһын улар тамамланғас ҡына бирергә мөмкин. Әле әҙерлеккә сығым 10,5 миллиард һум тәшкил итә. Федераль ҡаҙнанан 2,5 миллиард һум алынды һәм үҙләштерелде, тағы ла 2 миллиардты республика бүлде, ә шәхси инвестициялар 6 миллиард һумдан ашып китте. Бюджет сығымдары ҙур түгел: Өфө баштан уҡ сараға әҙер тиерлек ине. Конгресс-холды, аэропортты яңыртыу, йәшәү өсөн урын булдырыу бурысы ҡуйылды. Шуға күрә көрсөк әҙерлек барышына йоғонто яһаманы тиерлек.
– Ғәмәлдәге иҡтисади конъюнктура шарттарында аҡсаның тотонолоуына ҡәтғи контроль булдырыу мөһим. Республика власы әҙерлек башланғас та эштең барлыҡ этаптарында сығымды контролдә тотоу ниәтен белдергәйне. Һеҙгә мәғлүм булғанса, был контроль һөҙөмтәле тормошҡа ашырыламы, әҙерлек процесында асыҡлыҡ тейешле дәрәжәлә тәьмин ителәме, айырым йүнәлештәрҙә, шул иҫәптән хаҡтарҙың ҡиммәтләнеүе арҡаһында сығымды арттырыу, аҡсаны маҡсатҡа ярашлы тотонмау осраҡтары теркәлдеме?
– Аҡсаның тотонолоуын, объекттар төҙөлөшөн, башҡарылған эш сифатын шәхсән үҙем контролдә тотам. Эш “ҡулдан идара итеү” режимында бара тип әйтергә мөмкин.
Ошо ике йыл эсендә мин төҙөлөшкә бармаған, подрядсыларға контроллек итмәгән бер генә аҙна ла юҡтыр. Мәсьәләләр күп булды, ләкин улар ярайһы уҡ йылдам хәл ителде. Бурыстың мөһимлеген барыһы ла яҡшы аңлай.
Бөгөн дә яңы объекттарға күҙ ташлап, уларҙың ҡеүәтен баһалап, республиканың үҫеш өсөн ғәйәт ҙур этәргес алыуына төшөнәһең.
– Өфө инфраструктураһындағы ҡайһы объекттар саммиттарҙы, уларға ярашлы сараларҙы ойоштороуға (ҡунаҡханалар, дөйөм туҡланыу, мәҙәниәт объекттары) һәм үткәреүгә (конференц-холдар, бизнес үҙәктәре) туранан-тура йәлеп ителәсәк, уларҙың әҙерлек дәрәжәһе ниндәй? Саммиттар тамамланғас, был объекттар нисек файҙаланылыр?
– Саммиттарға тиклем ике айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды, әҙерлек финиш һыҙығына сыҡты. Өфө аэропортын яңыртыу иң яуаплы бурыстарҙың береһе ине. Беҙ уны үтәнек. Осоу-ултырыу һыҙаты капиталь төҙөкләндерелде. Ул “Боинг-747”, “Руслан” һәм “Аэробус-330” кеүек ауыр самолеттарҙы ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә. Республика аҡсаһы иҫәбенә донъя стандарттарына яуап биргән өр-яңы халыҡ-ара терминал төҙөлдө. Ул сафҡа индерелеү менән сит ил йүнәлештәренә сәғәтенә 800 пассажирҙы хеҙмәтләндереү мөмкинлеге тыуҙы. Саммиттарҙан һуң тормош туҡтап ҡалмай бит. Әле эске авиаюлдар терминалында күләмле реконструкция башланды.
Саммиттарҙың төп ваҡиғалары Конгресс-холда уҙғарыла. Ул һигеҙ йыл элек Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы уңайынан ҡаланың иң күркәм урындарының береһендә, Ағиҙел йылғаһы ярында төҙөлгәйне. Әммә беҙгә дәүләт башлыҡтарының ултырыштары, осрашыуҙары һәм һөйләшеүҙәре, матбуғат конференциялары өсөн эш даирәһен ҡайтанан булдырырға тура килде. Әле бында бер үк ваҡытта өс меңдән ашыу кеше эшләй ала.
Саммиттарға ике йыллыҡ әҙерлек осоронда шәхси инвесторҙар Өфөлә ете өр-яңы ҡунаҡхана, шул иҫәптән Hilton, Holiday Inn, Sheraton кеүек бөтөн донъяға билдәле брендтарҙың отелдәрен төҙөнө. Саммиттарҙан һуң был объекттар бушап ҡалмаясаҡ. Рәсәйҙең ШОС һәм БРИКС-тағы рәйеслегенә ярашлы, быйыл ғына бер нисә ҙур ваҡиға күҙаллана.
Көҙ республика ике ил президенттары етәкселегендә “Рәсәй – Ҡаҙағстан” төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын ҡабул итәсәк. Өфөлә, халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә ярашлы, төбәктәр кимәлендә үҙ-ара бәйләнештәр өсөн даими эшләгән майҙансыҡ асыу йәһәтенән пландар бар. Ошо рәүешле ШОС һәм БРИКС илдәренең сәйәси конструкцияһын түбәндән нығыта башлаясаҡбыҙ. Был идеяны дәүләт башлығы ла хупланы. Тимәк, яңы объекттарҙың тулы ҡеүәтенә эшләйәсәгенә шик юҡ.
– Берекмәләрҙең ағзаһы булған илдәр сәнәғәт һәм технологиялар корпорацияһының һөҙөмтәлелеген арттырыу, энергетика, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, металлургия, агроиндустрия, телекоммуникациялар, юғары технологиялар кеүек тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеү, гуманитар өлкәлә үҙ-ара эшмәкәрлекте киңәйтеү яҡлы. Сараларҙы ойоштороусылар Рәсәйҙең иҡтисади ҡеүәтен күрһәтеү өсөн таныштырыу майҙансыҡтарын техник йыһазландырыуҙы ни рәүешле тәьмин итер? Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең иң көслө һәм алға киткән төбәктәренең береһе булараҡ, Башҡортостан да саммиттарҙа үҙенең иҡтисади ҡеүәтен күрһәтергә ниәтләйҙер бит. Ойоштороусылар төбәк мөмкинлектәре менән нисек таныштырырға йыйына?
– Минеңсә, республикабыҙ һәм Өфө ҡалаһы халыҡ-ара сәйәси һәм эш картаһында нығынып ҡалһын өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырҙыҡ. Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһы юғары кимәлдә, шулай уҡ илдәр араһындағы эшлекле хеҙмәттәшлек күләмендә осрашыуҙар үткәреү өсөн ҡулай инфраструктураға эйә. Саммиттар уҙғарылған Конгресс-холл хаҡында ғына һүҙ бармай. Мәҫәлән, яңы ҡунаҡханалар эшлекле осрашыуҙар, танышыуҙар өсөн майҙансыҡ булырҙай уңайлы конференц-залдар менән йыһазландырылған. Отелдәрҙең береһендә тәүлек әйләнәһенә бизнес үҙәге эшләйәсәк. Унда эшлекле һөйләшеүҙәр, конференциялар, рәсми ҡабул итеү саралары өсөн шарттар тыуҙырылған. Башҡа ҡунаҡханаларҙа ла “R2R” форматындағы осрашыуҙар үткәреү өсөн мөмкинлектәр етерлек. Быларҙың барыһы ла Рәсәйҙең иҡтисади ҡеүәтен дә, Башҡортостандың инвестиция йәлеп итеү һәләтен дә лайыҡлы күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк.
– Күләмле саралар үткәргәндә хәүефһеҙлек мәсьәләләрен хәл итеүгә айырым иғтибар бирелә. Өфөлә саммиттар уҙғарылған көндәрҙә ниндәй саралар күреләсәк?
– Хәүефһеҙлек мәсьәләләренә федераль, шулай уҡ төбәк кимәлендә даими иғтибар бирелә. Был йәһәттән шикләнергә урын юҡ. Мәҫәлән, Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнеү барышында 214 видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылды. Ошо рәүешле хәлгә даими контролде генә түгел, ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың именлеген тәьмин иттек.
– Өфө инфраструктураһы объекттарын әҙерләүҙән тыш, транспорт менән тәьмин итеү, ирекмәндәрҙе өйрәтеү мәсьәләләре әүҙем хәл ителә. Баш ҡала ҡунаҡтарын ҡаршылауҙы һәм оҙатып йөрөүҙе ойоштороу эше нисек алып барыла?
– Башҡортостан ҙур халыҡ-ара ваҡиғаларҙы беренсе тапҡыр үткәрмәй. Беҙҙә Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары ла, хоккей буйынса йәштәр донъя чемпионаты ла уҙғарылды. Шуға күрә күп һанлы делегациялар логистикаһы менән туранан-тура танышбыҙ.
Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре делегацияларын, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәрен, журналистарҙы ирекмәндәр ҡаршы аласаҡ һәм оҙатып йөрөйәсәк. Ҡунаҡтарҙың ҡалабыҙға бәйле тәьҫораттары күп йәһәттән уларға бәйле буласаҡ.
Республика, ил халҡының саммиттарға ҡыҙыҡһыныуы бик ҙур, күптәр ошо ваҡиғаларҙа ҡатнашырға, уларҙы ойоштороуҙа ярҙам итергә теләй. Ирекмәндәр йыйыу хаҡында иғлан иткәс, 10 мең самаһы кеше – йәштәр генә түгел, пенсионерҙар, башҡа төбәктәрҙә йәшәгәндәр, хатта сит ил граждандары – ғариза тапшырҙы. Әле Өфөләге юғары уҡыу йорттарында белем алған Ҡытай, Иран, Һиндостан, Төркиә, Африка һәм БДБ илдәре студенттары ла ситтә ҡалманы. Һөҙөмтәлә 3,5 меңдән ашыу ирекмән ситтән тороп уҡыны һәм туранан-тура әңгәмәләрҙә ҡатнашты. Улар араһынан 500 кеше һайлап алынды, тағы ла 300-ө резервҡа индерелде. Егет, ҡыҙҙарҙың күбеһе – инглиз, ҡайһы берәүҙәр ҡытай телен белә, тимәк, ҡунаҡтар менән аралашыу йәһәтенән ҡыйынлыҡ тыумаҫҡа тейеш.
– Саммиттар үткән көндәрҙә ҡала халҡының тормошо үҙгәрерме (урамдарҙа хәрәкәтте сикләү, кредит ойошмаларының, “ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең эшмәкәрлегендә, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларының, сауҙа үҙәктәренең эш көнөндә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ, телефон аша һөйләшеүҙәрҙә шифр ҡулланыу көтөләме)?
– Өфөләр халыҡ-ара форумдарға бәйле бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ кисермәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Мегаполис үҙ тормошо менән йәшәйәсәк, быға берәү ҙә ҡаршылыҡ тыуҙырырға йыйынмай: урамдағы хәрәкәтте, саф һауала йөрөү урынын һайлауҙы, ниндәй ҙә булһа ойошмаларға барыуҙы сикләү күҙалланмай.
Ҡала халҡын был көндәрҙә берҙән-бер биләмәгә – Салауат Юлаев майҙанына индермәйәсәктәр. Әле унда матбуғат үҙәге төҙөлә башланы. Бар донъянан меңдән ашыу журналист ошо үҙәктә эшләйәсәк.
– ШОС илдәре менән транспорт өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте нисек үҫтерергә ниәтләйһегеҙ?
– 15 майҙа Өфөлә уҙғарылған ШОС илдәренең транспорт министрҙары кәңәшмәһендә мин Өфө менән ШОС һәм БРИКС дәүләттәренең баш ҡалалары араһында тура авиабәйләнеш ойошторорға тәҡдим иттем. Европа менән Азияны тоташтырған ҙур транспорт һәм логистика нөктәһе булараҡ республиканы үҫтереү йәһәтенән был мәсьәләне өҫтөнлөклөләрҙең береһе сифатында ҡарайбыҙ.
– ШОС һәм БРИКС саммиттары үткәрелгән бер нисә көн эсендә Өфө донъя тарихына инәсәк. Ҡала өсөн был – әлегә тиклем күрелмәгән кимәл. Саммиттарҙан һуң Өфө ҡалаһының һәм тотош республиканың үҫеш мөмкинлеген нисек күҙаллайһығыҙ?
– Беҙҙең өсөн саммиттар – иң элек стратегик проект. Уның һөҙөмтәһе тиҫтә йылдар менән иҫәпләнә. Июлдә Өфө Рәсәйҙең “йөҙөк ҡашына” әүереләсәк. Беҙгә Ер шарындағы халыҡтың өстән бер өлөшө йәшәгән илдәрҙән меңдәрсә ҡунаҡ киләсәк. Был – бик яуаплы эш. Әһәмиәтле ваҡиғалар уҙғарылған көндәрҙә төбәк кимәлендә артабанғы хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалыу ҙа, ШОС һәм БРИКС-ҡа ингән илдәрҙең бизнес берләшмәһе менән ныҡлы бәйләнештәр булдырыу ҙа, республиканың инвестиция мөмкинлектәрен күрһәтеү ҙә бик мөһим. Һөҙөмтәлә беҙ төрлө йүнәлештәр буйынса берәү һәм бишәү генә лә түгел, ә тиҫтәләгән “үҫеш нөктәһе”нә эйә буласаҡбыҙ.
Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.