Яңғыратып Беүә буйҙарын23.05.2015
Яңғыратып Беүә буйҙарын Республикабыҙҙың төньяғында ятҡан Яңауыл районы игенселәре яҙғы сәсеү эштәрен 35 мең гектарҙа башҡарырға ниәтләй. Майҙандың 24 мең гектарында бөртөклөләр, 5 мең ярымында мал аҙығы культуралары урын аласаҡ. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң бар хужалыҡтар ҙа сәсеүгә ныҡлап тотондо. Баҫыу эшсәндәре яҙҙың һәр көнөн көсөргәнешле хеҙмәттә үткәрә.
“Юлдаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ме­ха­низаторҙары районда тәүгеләрҙән булып 500 гек­тарҙа ужым арышын өҫтәлмә туҡландырыуҙы һәм яҙғы культуралар өсөн тәғәйенләнгән ерҙәрҙә дым ҡаплауҙы тамамланы.
Йәмғиәт директоры Валерий Хәйҙәршинды Ки­ҫәк-ҡайын ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан баҫыу ситендә осраттыҡ.
– Арпа сәсеүҙе уңышлы башлап ебәрҙек, – тип ҡар­шыланы ул. – Тәжрибәле механизатор Радик Миңлеғәлиев заманса техникаһы менән бер нисә эште башҡара: комплекс составында культиватор, ергә ашлама индереү ҡоролмаһы һәм сәскес бар. Уның артынан тракторсы Илнур Лоҡманов сәсел­гәнде кәтүкләй. Егеттәр тырышып эшләй.
Яңғыратып Беүә буйҙарынУл арала агрегат баҫыу ҡырына килеп туҡтаны. Әнис Әхмәтов “КамАЗ” машинаһында алып килгән орлоҡ ҡул хеҙмәтенән тыш тиерлек сәскес йәш­никтәренә тултырылды. Механизаторҙарға теге-был ярҙамсы эштәрҙе генә башҡараһы ҡалды. Мәҫәлән, Илдар Камалов кузовтан ағылған орлоҡ күләмен күҙәтеп кенә торҙо.
Район хакимиәте ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Рәлиф Сәлимәнов һәм “Юлдаш” йәмғиәте директоры Валерий Хәйҙәршин игенсе­ләр менән әңгә­мәләшкән ваҡытта уларҙы фотоға төшөрөү форсаты сыҡты.
Егеттәрҙең күңеле күтәренке. Эште ойоштороу менән дә, туҡланыу йәһәтенән дә улар бик ҡә­нә­ғәт. Үҙҙәренә тәмле аш-һыу әҙерләгән Нәҙирә Мө­хәмәт­йәноваға көнөнә ике тапҡыр рәхмәт әйтәләр. Ҡыҫ­ҡа­һы, һәр кем үҙ бурысын һәм йөкмәтелгән яуап­лы­лыҡты тулыһынса аңлап, ең һыҙғанып эшләргә, яҙғы сыуаҡ­тың сәғәт-минутын да бушҡа үткәрмәҫкә ынтыла.
Ауыл эшсәндәре бер нисә минуттан үҙ эшенә тотондо. Радик Миңлеғәлиевтең сәсеү агрегаты артынан Илнур Лоҡмановтың тракторы ыңғай­ланы. Баҫыуҙан алыҫ түгел Ҡарман ГРЭС-ы һыу һаҡла­ғысы һәм уға ҡойған Беүә йылғаһы буйҙары көйлө мотор тауышына күмелде.
– Сәсеүгә йылдағыса юғары ойошҡанлыҡ менән сыҡтыҡ, көндәр яҡшы торһа, бар эште тиҙ арала теүәлләйәсәкбеҙ, – тип ныҡлы әйтте хушлашҡанда Валерий Хәйҙәршин.






Вернуться назад