Ҡаҙаҡ ҡыҙына23.05.2015
(Альберт Салауатов
репертуарынан)
Ватаным – Башҡортостан,
Йәмле һинең ҡырҙарың.
Белмәйем, ниңә, Ҡаҙағстан,
Ҡолағымда сыңлай йырҙарың?
Ҡушымта:
Ғашиҡ ҡаҙаҡ ҡыҙына,
Ай, йөрәгем туҙына.
Ҡара ҡашым, гүзәлем,
Өҙгөләнә үҙәгем
Иҫемә төшкән һайын.
Дөм-дөрө-дөм-дөрө-
дөм-дөрө-дөм...
Ай, киң ҡаҙаҡ далаһы,
Далаһында матур балаһы.
Бөтөр ине күңел яраһы,
Тағын унда нисек бараһы?
Ҡушымта.
Ҡаҙаҡ ҡыҙы — һөйгәнем,
Башҡаны һис һөймәнем.
Ҡарағат күҙем, ҡыйғас ҡашым,
Һинең менән хәсрәт күрмәнем.
Ҡушымта.
Көт, матур ҡыҙ, килермен
Турғайҙар менән бергә.
Ерҙә – дуҫтар, күктә – ҡоштар
Татыу тормош теләрҙәр беҙгә.