Өфөгә гел күңел тартыла23.05.2015
Өфөгә гел күңел тартыла Ләйлә БОЛАТОВА, Абылай хан исемендәге Ҡаҙаҡ халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм донъя телдәре университеты студенты:
– Үҙем ҡаҙаҡ ҡыҙы булһам да, миндә башҡорт ҡаны аға. Башҡортостанға ҡунаҡҡа йыш килеп торам, сөнки Өфөлә, Салауат районының Ахун ауылында туғандарым йәшәй. Был күркәм республика тураһында әллә күпме һөйләргә була. Уның баш ҡалаһына тәүге аяҡ баҫыуымды әле лә хәтерләйем. Тау башында балҡып ултырған Өфөгә барып ингәс, берсә һоҡландым, берсә тулҡынландым. Унда ҡунаҡсыл, мөләйем, ихлас халыҡ йәшәүенә инандым.
Башҡорттар ҡаҙаҡ халҡынан холҡо менән айырыла. Улар һиңә эскерһеҙ ҡараш ташлағанда, күңелеңә үтеп ҡараған кеүек. Өфөгә килһәм, ундағы иҫтәлекле урындарға барам. Салауат Юлаев һәйкәле, планетарий, Ҡунаҡһарай бигерәк тә оҡшай. Әгәр йәйен килһәм, мотлаҡ һабантуйға барырға тырышам. Башҡортса йырҙарҙы тыңларға яратам, ә инде милли уйындар, төрлө ярыштар – үҙе бер ҡабатланмаҫ тамаша! Ошо күңел байрамынан шул тиклем көс, дәрт алып ҡайтаһың. Шуға ла был төбәккә күңел тартылып тора.

Өфөгә гел күңел тартылаМерей КҮПЙӘНОВ, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты:
– Мин башҡорт филологияһы факультетының II курс магистранты булам. Башҡортостан менән танышлығым 2012 йылда башланды. Аҡтүбә ҡалаһындағы университетта белем алып йөрөгән саҡта, өлгөлө уҡыуы менән айырылып торған бер төркөм студентты Өфөгә йәйге семестрға ебәрҙеләр. Шул бәхетле студенттарҙың араһында мин дә булдым. Башҡорт еренә килеп еткәс, уның иҫ киткес матур тәбиғәтенә, алсаҡ күңелле кешеләренә, шәп рухи сараларына тап булып, ошо туған башҡорт халҡына, уның теленә, сәнғәтенә һәм мәҙәниәтенә шул тиклем ғашиҡ булдым. Ҡаҙағстанға ҡайтып еткәс тә, күп ваҡыт ошо тәьҫораттар менән йөрөнөм. Бына шунан бирле Башҡортостанға һөйөүем башланды, тип әйтергә була.
Ә инде 2013 йылда БДПУ-ла Халыҡ-ара телдәр фестивале үткәйне, шунда мин ҡаҙаҡ теле буйынса сығыш яһап, ошо университеттың башҡорт филологияһы һәм журналис­тика факультеты уҡытыусылары менән яҡыныраҡ таныштым. Улар миңә уҡыуым бөткәс, магистратураға ошонда килергә тәҡдим итте. Үҙем төрки телдәрҙе өйрәнеп, шуның менән ҡыҙыҡһынғас, күп уйлап торманым, шул уҡ йылдың көҙөндә Өфөгә килдем.
Хәҙер унда филология фәндәре докторы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова етәкселегендә башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының фразеологик берәмектәрен сағыштырма планда тикшереп, магистрлыҡ диссертациямды яҡларға әҙерләнеп йөрөйөм. Ҡаҙаҡ һәм башҡорт телдәренең бәйләнештәре буйынса мәҡәләләр, рефераттар яҙып, башҡорттарҙың бөйөк шағирҙарының әҫәрҙәрен тәржемә итәм. Ғөмүмән, Башҡортостанға бәйле ошо йылдарым мәңгелеккә хәтеремдә ҡалыр тип уйлайым. Беҙҙе ифрат йылы ҡабул иттеләр. Бында дуҫтарыбыҙ ҙа бик күп, бөтөн Башҡортостандың күренекле яҙыусылары, ғалимдары менән аралашабыҙ. Иң мөһиме — беҙ башҡорттоң мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, фәлсәфәһен, тормошон бик тәрән өйрәндек, башҡортса иркен һөйләшәбеҙ, тип әйтә алам. Башҡортостан беҙҙә кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләне, фәнни, мәҙәни йәһәттән ныҡ үҫтерҙе. “Башҡорт менән ҡаҙаҡ — Тарих тигән әсәнең ике күҙ йәше” тип әйткәндәй Мостай Кәрим, һәр ваҡыт бауырҙаш халыҡтар булып татыу йәшәйәсәкбеҙ. Үҙ сиратыбыҙҙа ике халыҡ араһындағы мәҙәни мөнәсәбәттәргә, әҙәби бәйләнештәргә һәм башҡа аралашыуҙарға алтын күпер булырға, ҡайҙа йөрөһәк тә, башҡорт телен онотмаҫҡа, уны белгәнебеҙ менән ғорурланырға вәғәҙә итәбеҙ!




Вернуться назад