ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ22.05.2015
Статус булдырылһа...

Атайым Бөйөк Ватан һуғышы яландарында ятып ҡалған. Беҙҙе, өс баланы, әсәйем ҡарап үҫтерҙе. Љыҙғанысҡа ҡаршы, бер апайым вафат булды, икенсеһе Свердловск өлкәһендә йәшәй. “Ћуғыш балалары” статусы бар, уға ярашлы, төрлө ташламалар ҡаралған, тип ишеткәйнем.

Фәрҙәт ШӘРИФЙӘНОВ.
Ҡариҙел районы,
Яңы Муллаҡай ауылы.

Әле илебеҙҙә “һуғыш балалары” статусын йөрөтөрлөк 10 миллиондан ашыу кеше йәшәй. 2013 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһында закон проекты бер нисә тапҡыр ҡарауға сығарылғайны. Љыҙғанысҡа ҡаршы, әле һаман закон федераль кимәлдә ҡабул ителмәгән. Єгәр был статус барлыҡҡа килһә, ошондай танытма тапшырыласаҡ. Ћөҙөмтәлә һуғыш балалары коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә ташламаларға, табиптар тәғәйенләгән дарыуҙарҙың бушлай бирелеүенә, ҡала һәм ҡала яны транспортында түләмәйенсә йөрөүгә өмөт итә алыр ине.

Әсә күңеле – балала

Улым менән киленем 26 йыл бергә ғүмер итә. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында улар, ер участкаһы алып, унда өй төҙөнө. Аҙаҡ йортто бер бүлмәле фатирға, гаражға, баҡсаға алмаштыр­ҙылар. Уларҙың бөтәһен дә һатып, тағы 60 мең аҡса өҫтәп, ике бүлмәлеһен, артабан тағы алыш-биреш итеп, улымдың Себерҙә эшләп алған аҡсаһын ҡушып, өс бүлмәле фатирлы булдылар. Ире Себерҙә эшләгәс, киленем күсемһеҙ милекте үҙенә хосусилаштырған. Улым: “Никахыбыҙ законлы теркәлгән бит”, – тип тынысландыра мине. Тормошто белеп булмай бит. Фатирҙы балам да нисек хосусилаштыра ала?
Мөнирә.
Сибай ҡалаһы.

Мөнирә инәйҙең әсә булараҡ хәүефләнеүе аңлашыла, әлбиттә. Єммә был осраҡта хафаланыу урынһыҙ, сөнки фатирҙың бер нисек тә хосусилаштырылыуы мөмкин түгел. Был процедура муниципаль милектәге бүлмәгә йәки фатирға ғына ҡағыла. Ћеҙҙең осраҡта өс бүлмәле фатир һатып алынған. Шуға ул, Рәсәйҙең Ѓаилә кодексына ярашлы, улығыҙҙың да, киленегеҙҙең дә дөйөм мөлкәте тип иҫәпләнә һәм унда балағыҙҙың да өлөшө бар. Тимәк, улығыҙҙың әйткән һүҙҙәре хаҡ.


Мутлашыусылар һағалай

Бер көн таныш инәйгә улының юл-транспорт фа­жиғәһенә эләгеүе, енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы һәм уға юридик ярҙам күрһәтәсәктәре ха­ҡында хәбәр иткәндәр. Єлбиттә, бушлай түгел. Ярай әле, әсә­нең балаһына шылтыратып, хәлен белешергә башы еткән. Єгәр ул хис-тойғоға бирелеп, сит кешеләргә аҡсаһын тоттороп ебәрһә, нимә булыр ине?
Мутлыҡ ҡылыусылар йоҡлап ятмай. Улар һәр нә­мәгә тиҙ ышанып барыусан әбейҙәрҙең, бабай­ҙарҙың, шулай уҡ йәшәү тәжрибәһе аҙ йәштәрҙең аҡсаһын “ҡармаҡларға” ғына тора. Бындай намыҫһыҙ кешеләр үҙҙәрен пенсия фонды, һалым органы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ вәкиле итеп таныштырырға ла тартынмай. Шуға өлкән йәштәгеләргә: “Абай булығыҙ, мутлыҡ ҡорбанына әйләнә күрмәгеҙ”, – тип өндәшке килә.

А. ӘХМЄТОВА.


Ћәр нәмәнең – үҙ ҡағиҙәһе

Хаҡлы ялдағылар, ғәҙәттә, йәшәү урынын йыш алмаштыра. Улар күпмелер ваҡыт балаларында йәшәүҙе хуп күрә. Был осраҡта пенсия тураһында хәстәрлек күреү кәрәк: түләүҙәр (пенсия) тураһындағы мәғлүмәттәрегеҙ барып етһен өсөн Рәсәй Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә алдан хәбәр итегеҙ. Єгәр яңы урында йәшәү буйынса теркәлмәһәгеҙ, ғариза ваҡытлыса йәшәгән урын буйынса ҡабул ителә.

Ваҡыт

Рәсәй Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре түләүҙәр (пенсия) тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һеҙ мөрәжәғәт иткәндән һуң өс эш көнө эсендә яңы йәшәү урынығыҙ буйынса ебәрергә тейеш. Ћеҙҙе иҫәпкә ҡуйыу тураһындағы ҡарар ике эш көнөнән дә һуңға ҡалмайынса рәсмиләштерелә.

Күсереү кәрәкме?

Әгәр пенсияғыҙҙы банк картаһы аша алһағыҙ һәм ваҡытлыса икенсе районда йәки ҡалала йәшәһәгеҙ, түләүҙәр (пенсия) тураһындағы мәғлүмәттәрҙе лә күсереү яҡшы. Уларҙың пенсия фондының урындағы бүлексәһе хеҙмәткәренә кәрәк булыуы ихтимал. Мәҫәлән, пенсия күләменән яңынан иҫәпләү өсөн.






Вернуться назад