Ғорурланам, атай, һинең менән22.05.2015
Ғорурланам, атай, һинең менән Ҡулыма ҡәләм алып, төрлө уйға сумып, үткәндәрҙе хәтергә төшөрөп ултырҙым да атайым Бикмөхәмәт Әбделғази улы Батыршин тураһында яҙырға булдым.

Атайым 1909 йылда хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районының Ҡар­лыман ауылында донъяға килә. Ғаиләлә биш бала үҫә, өсәүһе ауыр сирҙән вафат була, атайым һеңлеһе Суфия менән иҫән ҡала. Ҡәҙерлем 10 йәшенән етемлек һурпаһын татый, донъяның бар ауырлығы уның елкәһенә төшә.
Буй еткергәс атайым ауылда төрлө яуаплы эш башҡара, һеңлеһе Суфия уҡытыусы булып эшләй. 1929 йылда Ҡарлыман ауылында колхоз ойошторола. Был осорҙа комсомолдарға бик ауырға төшә, ләкин улар бирешмәй, бөтөн көсөн һалып эшләй. Оҙаҡламай беренсе драма түңәрәге ойошторола, һу­ңынан “ОСОАВИАХИМ” ойош­маһы (әлеге ДОСААФ) барлыҡҡа килә. Колхоз аяҡҡа баҫҡас, атайым келәт, магазин мөдире, иҫәпсе була, ур­ман хужалығында, почтала эшләй. Хеҙмәт стажы — 50 йыл.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына килгәндә, атайым 95-се дивизияның 720-се уҡсылар полкында яуҙа ҡатнаша. Күп ауылдарҙы, ҡала­ларҙы фашис­тарҙан азат итәләр. Фронтташы Сәлимов уның ба­тырлығы тураһында гәзиттә лә яҙып сығара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҡәлә юғалған.
Бөгөнгө йәштәргә әйтер һүҙем шул: донъяның ҡәҙерен белеп йәшәһәгеҙ ине.










Вернуться назад