Намыҫлы хеҙмәт кешеләре — ил тотҡаһы22.05.2015
Ебәк билбауҙарҙы туҙмай, тиҙәр,
Сит-ситенән кителеп туҙа икән,
Был ғүмеркәйҙәрҙе уҙмай, тиҙәр,
Быуын-быуын булып уҙа икән.
(Халыҡ йырынан).
Беҙҙең ауыл Оло Эйек йылғаһы ярында ыҡсым ғына бер урында ултыра. Ҙур түгел, әммә быуаттар буйы төрлө бәрелештәргә, сыуалыштарға ла бирешмәй, үҙ йөҙөн һаҡлап килгән төйәк ул. Унда борондан үҙ еренә береккән, хеҙмәт һөйгән, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашлы кешеләр йәшәй. Ләкин тормош алға барған һайын беҙҙә лә, теләһәң-теләмәһәң дә, йәшәйеш үҙгәрә, кешеләр ҙә, быуындан быуынға күсеп килгән ғөрөф-ғәҙәтен юғалтып, яңы ҡалыптарға яраҡлаша.

Һуғышҡа тиклемге, йәғни беҙ бала саҡтағы олатай-инәйҙәрҙең әҙәпле, ярҙамсыл, түҙем һәм кешелекле булыуы иҫтә ҡалған. Уларҙа көнсөллөк, һаранлыҡ кеүек сифаттар юҡ ине. Ауыл бер ғаилә кеүек йәшәне. Ҡунаҡбай олатай менән Хәйепъямал инәй бик ныҡ иҫтә ҡалған. Атайым Ғибәҙулла Бейешев уҡытыусы булды. Ул ваҡытта мәғариф хеҙмәткәрҙәрен бер мәктәптән икенсеһенә йыш күсереп йөрөттөләр: беҙ ике-өс йылда төрлө ауылды алмаштыра инек. Хаҡлы ялға сыҡҡансы атайыма үҙ өйөн һалып, төпләнеп, кешесә донъя көтөргә лә мөмкинлек булмаған. Шуға йәйге каникулда тыуған ауылыбыҙҙағы Ҡунаҡбай олатайҙарға ҡайта торғайныҡ. Алты мөйөшлө өйҙә урын етә ине.
Ҡунаҡбай олатай тыныс кеше ине. Көндөҙ — колхоз эшендә, кис үҙ хужалығында бер туҡтауһыҙ нимәнелер ипкә килтерә. Мөләйем йөҙлө Хәйепъямал инәй иһә баҫҡан ерендә ут сығарып торор, ҡысҡырып һөйләр ине. Өйө һәм ихаталары һәр ваҡыт бөхтә, сөнки икеһе лә эшкә бөтмөр, егәрле булды. Һарай тулы мал, ҡош-ҡорт. Ике ҡыҙҙары бар ине. Ғәлимәһе — башланғыс мәктәптә, Миләүшә апай өлкән класта уҡый. Улар Хәйепъямал инәйҙе “ҡурәсәй” ти торғайны.
Бер көн шулай Миләүшә апайҙан: “Әсәйеңде ни эшләп “ҡурәсәй” тип атайһың, апай?” — тип һораным. Ул миңә: “Ул — атайымдың өлкән ҡатыны, ә әсәйем кесеһе ине, — тине. — Әсәйем ҡаты ауырыуҙан һуң үлеп ҡуйҙы. Шулай булғас, ул беҙгә “ҡурәсәй” (ҙурәсәй. — Авт.) була шул”. Хәйепъямал инәй уларҙы үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡараны, ситкә типмәне. Ә тарихы шулай булған: инәй, хужалыҡтарында мал-тыуары күбәйеп киткәс, бабайы Ҡунаҡбайҙан йәш ҡатын алып ҡайтыуын үтенгән. Һөҙөмтәлә олатай 1925 йылда икенсе бисәлеккә Миләүшә менән Ғәлимәнең әсәһен алған. Ләкин йәш ҡатын, ике бала ҡалдырып, яҡты донъя менән хушлашҡан.
Ғөмүмән, был ғаилә тормош һынауҙарын күп күргән. Балалары бәләкәйҙән йә ир ҡорона ингәс үлеп торған. Әбделваһап тигәне, ҡыҙы Йәмиләне ата-әсәһенә ҡалдырып, вафат булған. Әбделғәфәр исемлеһен һаҡлап ҡалыу өсөн ни генә эшләмәйҙәр: биш йәшкә еткәнсе уға ҡорамалы күлдәк-ыштан кейҙерәләр, өшкөрәләр… Шулай итеп, Әбделғәфәрҙе буй еткереп, өйләндереп, башҡа сығаралар. Килендәре Хәлимә еңгәй ҙә, бейеменә оҡшап, егәрле, бөхтә хужабикә ине. Ҡарттарҙы ҡыуандырып, ул ир бала таба, уға Ишмөхәммәт тип исем ҡушалар. Йәнәһе, барыһына ла иш.
Һуғыш… Тыныс ҡына йәшәп ятҡан халыҡ ҡара ҡайғыға ҡала. Һәр ғаиләнән икешәр-өсәр ир-егет һуғышҡа алына. Беҙҙекеләрҙе туранан-тура 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына оҙаталар. Хәйепъямал инәй менән Ҡунаҡбай олатайҙың улдары Әбделғәфәр ағай ҙа фронтҡа алына. 1943 йылдың башында уҡ уның үле хәбәре килә. Көс-хәл менән алып ҡалынған берҙән-бер улдары һәләк була. Шуны күтәрә алмаймы, ни сәбәптәндер инде, Ҡунаҡбай олатай ҙа ошо йылда донъя ҡуя.
Хәйепъямал инәй өс ҡыҙ менән бер үҙе ҡала, ләкин бирешмәй, башҡалар күргәнде ул да кисерә. Көндәшенән ҡалған ике ҡыҙы кейәүгә сыға. Инәй ейәнсәре Йәмиләне алып, икенсе ауылдағы Ғәлиулла исемле бабай менән йәшәй башлай. Ирҙең Зәки исемле улы була. Йәмилә менән икеһе бергә буй еткергәс, йәшләй генә өйләнешәләр.
Хәйепъямал инәй менән Ғәлиулла олатай оҙон ғүмер кисерә. Береһе — 100, икенсеһе 110 йәшкә етеп, балалары ҡулында вафат була. Инде Зәки менән Йәмилә лә 85 йәшкә еткән. Ғүмер буйы колхозда эшләп, хеҙмәт ветераны тигән исемгә лайыҡ булғандар. Һуғыш балалары тормошта һынатмай.
Уларҙың улы Фәрхәт Зәки әрме хеҙмәтенә киткәнсе үк тыуғайны. 17 генә йәшлек ҡатын ҡулында — бәләкәй бала һәм 80-гә еткән ҡарттар.
Йәмилә көндөҙ колхоз эшендә бил бөгә, ҡышҡы төндәрҙә йыш ҡына үгеҙ егеп урманға утынға бара. Сей, туң утынды балта менән ҡырҡып, ярып, өйгә ташыу ҙа — Йәмилә өҫтөндә. Ауыр була, ләкин ул бирешмәй. Зәки ҡайтҡас, тормош йөгөн бергә тарттылар. Биш балаға ғүмер бирҙеләр. Уларҙы яҙмыш иркәләмәне, әсеһен дә, сөсөһөн дә күп күрһәтте.
Совет осоронда трактор, машина йөрөтөп, атаһы һөнәренә тап төшөрмәй, бал ҡорттарын оҫта ҡараған Зәки ҡарт бөгөн – тауыҡтарға ем биреүҙән башҡаға ярамаһа ла, һаман да өйҙә төп терәк, балаларына оло кәңәшсе, ҙур ихтирам ҡаҙанған атай. Ғүмере буйы колхоз эшендә сыныҡҡан Йәмилә әле лә йорт мәшәҡәттәре менән мәшғүл, балалары алып килгән тоҡ-тоҡ йөндө йыуып, тетеп, иләп, ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй. Баҡсаһында помидорҙар ҡыҙарып бешә, ҡыярҙары ишелеп уңа, картуфы мул уңыш бирә.
90-ды ҡыуған ветерандар һаман да сафта. Хеҙмәттән бәхет тапты улар. Бала-сағаһын да үҙ өлгөһөндә ысын кеше итеп тәрбиәләй алдылар. Милләте, нәҫеле алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәгән ошондай ябай эш кешеләре — тотош ил тотҡаһы. “Рәхәт донъя килде, һуғыш ҡына булмаһын”, — ти улар, ҡәнәғәт йылмайып.









Вернуться назад