Утты-һыуҙы кискән “Керчь”22.05.2015
Салауат Юлаев халҡыбыҙҙың азатлығы өсөн көрәшкәндә һәр саҡ дөлдөлөндә елгән кеүек, Бөйөк Ватан һуғышында һыбайлылар дошмандың ҡеүәтле танктарына ҡаршы яу сапҡан. Батыр Салауатҡа һәйкәл Өфөлә күптән бар, ә бына Миәкә районында яугир атҡа мемориаль таҡтаташ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан ҡуйылған.

“Керчь” ҡушаматлы дүнәжен, һуғыш баш­лан­ғас та Илсеғол ауылынан фронтҡа оҙатылып, данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына алын­ған. Бер нисә тапҡыр ҡаты яраланыуына ҡа­ра­маҫтан, байтал сафтан сыҡмаған, алғы һыҙыҡта йөрөүен дауам иткән. Берлинға хәтлем барып еткән ул. Башҡорт атының ҡыйыулығы, сыҙамлығы кома­ндирҙар тарафынан юғары баһаланған – маршал Буденный уны тыуған төйәгенә күп арпа биреп оҙатҡан.
Мемориалдың авторы һәм бағыусыһы Юлия Свиридова билдәләүенсә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған экспедицияла ул легендар толпар тураһында һүҙ араһында ғына ишеткән һәм шунда уҡ үҙенә, атты мәңгеләштерәсәкмен, тип нәҙер әйткән. Үҙенсәлекле таҡтаташ бөгөн Илсеғол ауыл Советы бинаһын биҙәп тора.
Тыныс тормошта Керчь йөк атына әйләнгән, хужалыҡта төп көстәрҙең береһе һаналған. 23 йыл ғүмерендә бейә алты тапҡыр ҡолон­лаған.









Вернуться назад