Уйланғанда22.05.2015
Донъя йөгө кинәт баҫты мине,
Ауыр булып китте иңдәргә.
Йә Хоҙайым, бирсе һин сабырлыҡ,
Ҡотҡар мине әсе елдәрҙән.
Ҡапыл килде бөтә ауырлыҡтар,
Апайымдың үлгән көндәре.
Булды инде, бөтәһе лә булды,
Ҡанлы-йәшле үтте төндәрем.
Үҙ иңемә алдым барыһын да:
Атай-апайымдың ҡайғыһын.
Љара ҡайғы йыҡты аяғымдан,
Ћанайымсы тағын ҡайһыһын?
Тәрән эҙҙәр ҡалды йөрәгемдә,
Ћис тә уңалмаҫын аңлайым.
Сабырлыҡтар бирсе, Хоҙайым, тип
Төнөн-көнөн унан һорайым.
Сәүиәгә
Сәүиәкәй, йәшел күҙкәй,
Ниҙәр генә һинең уйыңда?
Єллә ниңә бөгөн эсең боша,
Ильяс инде әллә уйыңда?
Љыйғы ҡыҙы, ҡыйғас ҡашҡай,
Дәүләкәндә инде уҙмышың.
Урал бөркөтөләй ул һәм ҡыҙың,
Улар инде – һинең яҙмышың.
Бойоҡмасы, иркәм, нурлы күҙең
Нур һипһәсе барлыҡ донъяға.
Ћәр саҡ шат бул, бойоҡмасы һис тә
Бәхет нуры һип һин донъяға.
Хыялдарҙа ҡалды
Өҙгөләнеп үткән ғүмеркәйем
Өҙөлөп тә ҡуйыр бер заман...
Тик һине мин башҡа күрә алмам,
Күптән инде ерҙә мин булмам...
Күккә осор минең ғәзиз йәнем,
Күктән күҙләр һине күҙҙәрем.
Иҫән саҡта күрешергә ине –
Хыялдарҙа ҡалды һүҙҙәрем.
Мин булмамын инде был донъяла...
Элеккесә ерҙә таң атыр.
Елдәр иҫер, наҙлар, һөйөр һине,
Минең өсөн һине йыуатыр.