Һуңғы йылдарҙа һәр ауылда тиерлек ҡорама ҡорау, төрлө ептән күҙҙең яуын алырлыҡ ултырғыс, диван япмалары бәйләүселәрҙе, сәйләндәрҙән сәскә эшләүселәрҙе, милли кейем тегеүселәрҙе йыш осратырға мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙың селтәр, ҡашмау кеүек милли биҙәүестәренә лә иғтибар көндән-көн арта бара, уны яһаусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа күбәйә. Әбйәлил районында ошо шөғөлдө үҙ иткәндәр байтаҡ. Һәр ауылда үҙенә генә хас биҙәк, нағыш оҫталары етерлек.Бөрйән районының Ҡыпсаҡ ауылында тыуып үҫкән Хөбәйбә Әминеваның Үтәгәнгә килен булып төшөүенә байтаҡ ғүмер уҙған. Тәүге көндәрҙән үк “тегенсе килен” ҡушаматы алған ҡатын ғүмер буйы кешеләргә күлдәк, камзул, елән тегә, әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Буш ваҡытында ҡулына бәйләмен алһынмы йәки тоғро дуҫына әйләнгән теген машинаһы янына ултырһынмы — барыһын да күңелен һалып, яратып башҡара ул.
— Бала саҡтан әсәйем мәрхүмәнән өйрәнеп, шәл дә бәйләнем, күлдәк тә тектем, — ти инәй. — — Килен булып төшкәс, был шөғөлөм бик ярап ҡалды. Эштән бушаған ваҡытта, шулай уҡ төн йоҡомдо ҡалдырып, заказдар үтәнем. Берҙән-бер улым Ҡотдос та мин теккән әйберҙәрҙе кейеп үҫте.
Һәр замандың — үҙ заңы, тигәндәй, бөгөнгө етеш тормошта халыҡ араһында милли кейемгә ихтыяж ҙур. Олораҡ инәйҙәр таҫма һалып тегелгән япмалы күлдәктәрҙе өҫтөн күрһә, йәшерәктәргә нағышлы кейем кәрәк. Заказ буйынса селтәр менән ҡашмауҙы ла эшләй Хөбәйбә инәй. Тәүгеһен яһау өсөн күп ултырырға кәрәк булһа, икенсеһенә яҡынса ай самаһы ваҡыт етә. Хаҡы – дүрт-биш мең һум тирәһе.
Әйткәндәй, Хөбәйбә Әминеваның тағы бер яратҡан шөғөлөн телгә алмаһаҡ, дөрөҫ булмаҫ: ул бейергә ярата. Инәй башҡарыуындағы “Кәкүк”те башҡа бер кемдеке менән бутау мөмкин түгел. Үҙенә генә хас халыҡсан хәрәкәттәре менән ойоҫҡота баҫып, кинәнеп бейей инәйебеҙ. Һикһән йәшенә аяҡ баҫһа ла, саҡырған ергә бара, сығыш яһай. Шулай уҡ әле булһа инәй янынан күлдәк, селтәр-ҡашмауға заказ биреүселәр өҙөлмәй.
— Күҙем күрә, ҡулым ҡыбырҙай, берәүҙе лә бороп сығармайым, — тип мут йылмая инәй. — Ҡул эше менән булашҡанда күңел күтәрелә, йәшәүгә дәрт арта. Ә инде тәнемде яҙып, “Юлдаш” радиоһы уйнаған көйҙәргә бер аҙ тыпырҙап алһам, тағы ла йәшәреп китәм!
Ауылдарҙың йәмен арттырып, ҡул эштәре менән донъяһын йәйғорҙай балҡытып, йәштәргә өлгө күрһәтеп, балаларына терәк булып йәшәгән инәйҙәрҙең уңғанлығына һоҡланмау, уларҙың дәртенә хайран ҡалмау мөмкин түгел. Күңеленең бер өлөшөн тәшкил иткән, йылы тойғолар һалынған әйберҙәрен сабыйы кеүек ҡабул итеп, яратып алыуҙары ла аңлашыла: ҡул эштәренең һәр береһенә оҫтаның йөрәк тибеше, күңел нуры һалынған. Шуға күрә улар матур ҙа, ҡәҙерле лә.
Фотоға төшөрөргә булғас, Хөбәйбә инәй үҙе теккән күлдәк-камзулды кейеп, селтәр-ҡашмауын, башҡа ҡул эштәрен алды. Барыһын бергә йыйғас, аҫыл хазинаға тиң илаһи матурлыҡ хасил булды.