“Сирле” дауахана22.05.2015
Ҡәҙерле редакция! Һеҙгә Ғафури районының төньяғында урынлашҡан өс ауыл Советы (Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Ҡауарҙы) халҡы исеменән мөрәжәғәт итәбеҙ. Һүҙебеҙ – әле һанап үтелгән биләмәләр халҡын (22 ауылда – ете меңдән ашыу кеше) хеҙмәтләндергән Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһы тураһында.

Был дауахананың данлы үткәне бар: 1940 йылдан бирле эшләгән, инде нисә быуын күҙ терәп торған, ваҡытында һөҙөмтәле медицина ярҙамы күрһәткән учреждение ул. Заманында бында республикабыҙҙың даны булған Фидаил Мәҡсүтов, Хатмулла Саттаров кеүек табиптар эшләне, пациенттарға терапевт ҡына түгел, хирург ярҙамы ла күрһәтелде. Хәҙер инде 15 йылдан ашыу был дауаханаға Рафаил Хәсәнов етәкселек итә, тәжрибәле коллектив тупланған.
Дауахана бинаһының ныҡ иҫкереүе, авария хәлендә булыуы беҙҙе борсой ине. Ниһайәт, 2013 йылда ул яңы биналы булды. Был сауаплы эш район етәксеһе Р.З. Бохаровтың күрһәтмәһе, бихисап бағыусы ярҙамы менән башҡарылды. “Красноусол” шифаханаһы директоры Ф.Х. Мәжитовтың хәстәрлеге арҡаһында дауахана заманса йыһазландырылды. Шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Тик ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы: былтыр дауаханала халыҡҡа бөтөнләй аңлашылмаған үҙгәртеп ҡороуҙар башланды, койкалар һаны кәмегәндән-кәмеп, ни бары бишәү генә тороп ҡалды. Стационар бер асыла, бер ябыла... “Ашығыс ярҙам” машинаһын йә ҡайтаралар, йә үҙәк дауаханаға алып китәләр.
Беҙҙең учреждениелағы шарттар райондыҡынан яҡшыраҡ, медицина персоналы сирлеләрҙе туғанылай күреп тәрбиәләй, иғтибарлы һәм итәғәтлеләр. Ауырыуҙар бында теләп дауалана. Ләкин аныҡлыҡ, киләсәккә өмөт булмағас, уңған хеҙмәткәрҙәрҙең, үҙ яйын ҡарап, таралып бөтөүе ихтимал. Дауахананың әлеге эш тәртибе, йәғни биш койкалы көндөҙгө стационар, ауыл халҡын һис тә ҡәнәғәтләндермәй.
Хоҙай Тәғәләнең “Амин!” тигән сағына тура килеп, Еҙем-Ҡарандағы участка дауаханаһы тулы ҡеүәткә эшләй башлаһын һәм халҡыбыҙҙың һаулығын нығытыуға элеккеләй ҙур өлөш инде­реүен дауам итһен ине.
Быйыл илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа – Әҙәбиәт йылы. Еҙем-Ҡаран ауылы башҡорт әҙәбиәтенә Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙы биргән. Уның “Ҡара йөҙҙәр”ендәге кеүек булып ҡуймаһын: табиптарыбыҙ һәм шәфҡәт туташтарыбыҙ быйыл, бөйөк шағирҙың 135 йыллығын байрам иткәндә, аҡ халат кейеп, әммә йөҙө “ҡарайып” йөрөмәһен ине тибеҙ.

Рәжәп ҒӘЛИӘХМӘТОВ,
хеҙмәт ветераны, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, III дәрәжә “Хеҙмәт даны” ордендары кавалеры;
Хөмәйрә ҒӘЛИӘХМӘТОВА,
һаулыҡ һаҡлау ветераны;
йәмғеһе 23 ҡултамға.





Вернуться назад