Өфөгә яҡын йәшәһәк тә...22.05.2015
Тормошта борсоған теге йәки был мәсьәләне сисеү юлын бергәләп эҙләйек, дуҫтар! Редакцияның 272-35-11 телефоны буйынса ла бәйләнешкә инеп, ауыл, район, ҡала, йәғни тотош йәмғиәт кимәлендәге киҫкен хәлдәр хаҡында хәбәр итегеҙ – “Башҡортостан” гәзите һеҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер!
Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Жилин ауылының баш ҡалаға яҡын урынлашыуы ифрат һәйбәт. Юлы ла яҡшы булһа ине лә бит...


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙлы-көҙлө батҡаҡ йырып йөрөргә мәжбүрбеҙ. Ҡайһы бер урамдарға бәләкәй машина менән яҡын да юлап булмай. “Тимер ат”ын оло юл ситендә ҡалдырып, өйөнә йәйәү ҡайтҡандар ҙа бар.
Белеүемсә, Нуғай ауылында ла шул уҡ хәл. Үҙәк урам ғына ялтырап ята, ә башҡаларының күбеһенә көн боҙолған саҡта инерлек тә түгел.
Бына тағы – туҡтауһыҙ ямғырҙар. Халыҡ ни эшләргә тейеш? Октябрь районы хакимиәте етәкселеге был хаҡта ни уйлай икән?





Вернуться назад