Үҙебеҙҙекен эшләргә ваҡыт22.05.2015
Кисә Өфөлә “Ҙур химия-2015” халыҡ-ара форумы башланды. Уның эшендә Рәсәйҙең нефть һәм газ комплексындағы алдынғы компаниялар етәкселәре, Иран, Афғанстан, Ҡытай, Һиндостан, Германия, Бөйөк Британия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия, Венесуэланан, ШОС һәм БРИКС ойошмаларына ингән башҡа илдәрҙән 600-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.
Йыйындың нефть табыу һәм эшкәртеү сәнәғәте үҙәге булған Өфөлә үткәрелеүе тиккә түгел. Бөгөн Рәсәй алдында торған сәйәсәт төбәктәрҙәге нефть эшкәртеү предприятиеларына тулы циклда эшләү, сеймалды ситкә оҙатыуҙан тиҙерәк арыныу бурысын ҡуя. Юғиһә әле һаман бер урында тапанабыҙ кеүек. Үҙебеҙ нефть сығарабыҙ ҙа һуңынан унан етештерелгән тауарҙарҙы сит илдәрҙән ҡыйбатҡа һатып алабыҙ, бының менән иҡтисадты артҡа ғына һөйрәйбеҙ.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Аркадий Дворкович, тармаҡтың һуңғы осорҙағы хәлен билдәләп:
– Ыңғай һөҙөмтәләр бар. Яңы ҡоролмалар төҙөү, булғандарын яңыртыу йәһәтенән үҫеш күҙәтелә. Әммә ҡайһы бер продукцияны етештереү йәһәтенән килеп тыуған проблемалар күп осраҡта донъя баҙары менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта нефть һәм газ, химия сәнәғәте өлкәһендәге мөмкинлек күпкә юғары. Беҙҙең был тармаҡта сығарылған продукция төрҙәренең сит илдәргә оҙатылыуы ошоға дәлил, – тине.
Йыйында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, сауҙа һәм сәнәғәт министры урынбаҫары Сергей Цыб, Татарстан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Миңлеханов, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Форумда “түңәрәк өҫтәл”дәр, секциялар эшләне, фекер алышыуҙар булды, бөгөнгө шарттарҙа импортты алмаштырыу йәһәтенән эшлекле тәҡдимдәр еткерелде, төрлө мөһим мәсьәләләр ҡаралды.