Аралашыу һөҙөмтә бирер22.05.2015
Аралашыу һөҙөмтә бирер Өфөнөң “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмә комплексында XXIII “Газ. Нефть. Технологиялар-2015” халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләй башланы.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, сараны асып, ҡунаҡтарҙы тәбрикләгәс, күргәҙмәнең быйыл Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарына арнап уҙға­рылыуы, уға әҙерлектең планға ярашлы барыуы хаҡында һөйләне.
– Башҡортостан һәр ваҡыт нефть төбәге булараҡ дан тотто. Шуға ла ошо өлкәләге мөһим мәсьәләләр ҡараласаҡ, эшлекле фекер алышыуҙар буласаҡ. Бөгөнгө форумда 12 илдән, Рәсәйҙең 35 төбәгенән нефть һәм газ тармағында эш иткән 400-ҙән ашыу компания ҡатнаша, – тине Рөстәм Зәки улы.
Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәт­се­ләре берләшмәһе президенты Геннадий Шмаль бөгөн импортты ал­маштырыу сәйәсәте алып ба­рылған мәлдә күргәҙмәнең әһә­миәте тос булыуы тураһында бәйән итте.
Артабан Рөстәм Хәмитов күргәҙ­мәлә ҡатнашыусылар менән аралашты, экспозицияларҙы ҡараны. Сараға Ҡытай, Германия, Бөйөк Британия, АҠШ, Румыния, Белоруссия, Польша, Ҡаҙағстан, Украина һәм башҡа илдәрҙең тауарҙары ҡуйылғайны. Быйыл иң ҙур делегация Ҡытайҙан – 13 компания бел­гестәре килгән. Республиканан иһә туғыҙ предприятиены берләш­тергән “КВАНТ” геофизика, Татарстандан “Кама” инновация тер­ри­ториаль етеш­тереү (ете предприятие) бер­ләш­мәһе тауарҙарын тәҡдим итте.
Халыҡ-ара күргәҙмә эшлекле, һөҙөмтәле сараларға бай. Ғилми-ғәмәли конференциялар, Башҡорт­остан Хөкүмәте вәкилдәре, ошо йүнәлештә эшләгән ойошмалар ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл”дәр, компанияларҙың презентациялары, семинарҙар ойошторолдо. Улар араһынан “Яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн импортты алмаштырыу” темаһына арналған “түңә­рәк өҫтәл” айырыуса йәнле барҙы. Бындай аралашыуҙың эшкәртеү­селәр, уйлап табыусылар, заказ биреү­селәр һәм ҡулланыусылар өсөн үҫеш йәһәтенән һөҙөмтәһе ҙур буласаҡ, ти белгестәр.


Вернуться назад