Ҡаланы һыу баҫты22.05.2015
20 майҙа көслө ямғыр һөҙөмтәһендә Октябрьский ҡалаһы урамдары бер нисә сәғәт эсендә һыу аҫтында ҡалды. Ҡаза транспорт хәрәкәтен туҡтатты, ихаталарҙы һыу баҫты.
Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ҡалала ямғыр көндөҙгө сәғәт 12-лә башланған һәм киске 6-ға тиерлек дауам иткән.
– Ямғыр биш сәғәт буйы күнәктән ҡойғандай яуҙы. Һыу йылға булып аҡты. Үҙәк урам, машиналар күмелеп ҡалды. Өҫтәүенә борсаҡ та яуҙы, — ти кешеләр.
Ҡалалағы коммуналь хеҙмәттәрҙең йылдам эш итеүе һөҙөмтәһендә стихия етди зыян килтермәне.