Калушлы булырға яҙмаһын...22.05.2015
Гәзит-журналға яҙылыуҙы иң насар ойошторған ҡала йә районға республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тарафынан “махсус бүләк” – көмөш калуш – тапшырыласаҡ.
Тимәк, алдағы ярты йыллыҡҡа матбуғат баҫмаларының тиражын һаҡлау һәм арттырыу – Башҡортостандың һәр төбәге өсөн мөһим бурыстарҙың береһе. Юғиһә, күсмә “бүләк” тип күҙалланған көмөш калуштың тап һеҙҙең район йә ҡалала пәйҙә булыуы ихтимал, уға лайыҡтарҙы республиканың абруйлы журналистары билдәләйәсәк. “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан идаралығы етәксеһе Ирек Ғәлимов иһә 45-се размерлы “затлы бүләк”тең икенсе һыңарын урындағы почта бүлексәһе начальнигына тоттороуға ла ҡаршы түгел. Вәт!